Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
26 Апрель 2022, 21:10

Чернобыль фажиғәһенә – 36 йыл

Бөгөн Халыҡ-ара радиация авариялары һәм һәләкәттәр ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләнде. Ошо ваҡиға айҡанлы Ҡариҙел ауылында митинг уҙҙы.

Чернобыль фажиғәһенә – 36 йыл
Чернобыль фажиғәһенә – 36 йыл



Район үҙәгендәге Еңеү һәм тыныслыҡ паркында “Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүселәргә” стелаһы бөгөн ошо фажиғәлә ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙы, шуның һөҙөмтәһендә төрлө йылдарҙа вафат булып ҡалғандарҙың ғаилә ағзаларын, туғандарын йыйҙы. Митингының рәсми өлөшөндә хәрби комиссар Аксенов Александр Викторович сығыш яһаны.
- “Бынан теүәл 36 йыл элек, 1986 йылдың 26 апрелендә, Чернобыль атом электр станцияһында дүртенсе реактор шартлай. Ул Хиросимаға 50 атом бомбаһы ырғытҡандай көскә тиң. Һөҙөмтәлә күпме кеше нурланыш алып, сирләп үлеп ҡалды... Илдән - 600 меңдән ашыу, ә Башҡортостандан ун меңдән күберәк кеше киткән. Беҙҙең райондан да яҙмышы ошо һәләкәткә бәйле егерменән ашыу кеше бар. Уларҙы, тол ҡатындарҙы, ғаилә ағзаларын беҙ бер ҡасан да иғтибарһыҙ, хәстәрлекһеҙ ҡалдырмайбыҙ», - тине ул.
Һуңынан фажиғә ҡорбандарын иҫкә алып, стелаға сәскәләр һалынды.

Гөлнара Солтанова.

Чернобыль фажиғәһенә – 36 йыл
Чернобыль фажиғәһенә – 36 йыл
Читайте нас: