Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Апрель 2022, 20:55

Батырҙар исеме мәңгелек

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Советтар Союзы Геройы Сәлимйән Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов иҫтәлегенә шахмат буйынса ярыштар уҙҙы.  

Батырҙар исеме мәңгелек
Батырҙар исеме мәңгелек

Матур йолаға әйләнгән был сара Еңеү көнө алдынан быйыл 12-се тапҡыр ойошторолдо.

Ярышта Асҡындың 1-се һәм 2-се, Иҫке һәм Яңы Ҡаҙансы, Урмияҙ, Ҡышлауйылға мәктәптәренән барыһы 64 уҡыусы ҡатнашты. Сара башланыр алдынан Советтар Союзы Геройы Сәлимйән Ғәлимйән улы Ғәлимйәновты бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар. Утты-һыуҙы кискән яҡташыбыҙҙың яу һәм тормош юлдары хаҡында һөйләнеләр.

1-4, 5-8, 9-11 класс уҡыусылары айырым төркөмдәргә бүленеп ярышты. Сәләмәтлектәре сикле балалар ҙа айырым көс һынашты. Еңеүселәр һәм призерҙар Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең Почет грамоталары һәм миҙалдары менән бүләкләнде.

1-4 кластар араһында Асҡын 1-се мәктәбенән Рәмзил Әхмәтов менән Иҫке Ҡаҙансынан Рәмилә Әхмәтғәлиева еңеү яуланы. 5-8 кластар араһында Асҡын 2-се мәктәбенән Илмир Сәйетовҡа һәм Асҡын 1-се мәктәбенән Камилә Хисмәтуллинаға етеүсе булманы. 9-11 кластар араһында Айнур Шакиров менән Алина Абдуллина алдынғылыҡты бирмәне.

- Ярыштар ҙур ойошҡанлыҡ менән уҙҙы. Йыл һайын ҡатнашыусылар һаны ла арта бара. Тәүге йылдарҙа 30 йәш шахматсы булһа, бөгөн иһә – 60! Әлбиттә, был ҡыуаныслы күренеш, - ти Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры урынбаҫары Рөстәм Тимерғәли улы Әбдрәхимов.

Наилә Имаева.

 

 

Батырҙар исеме мәңгелек
Батырҙар исеме мәңгелек
Батырҙар исеме мәңгелек
Батырҙар исеме мәңгелек
Батырҙар исеме мәңгелек
Батырҙар исеме мәңгелек
Батырҙар исеме мәңгелек
Батырҙар исеме мәңгелек
Батырҙар исеме мәңгелек
Батырҙар исеме мәңгелек
Батырҙар исеме мәңгелек
Батырҙар исеме мәңгелек
Батырҙар исеме мәңгелек
Батырҙар исеме мәңгелек
Батырҙар исеме мәңгелек
Батырҙар исеме мәңгелек
Батырҙар исеме мәңгелек
Читайте нас: