Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
30 Март 2022, 21:05

Ришат Марат улының яҡты иҫтәлегенә бағышлап

Урмияҙ урта мәктәбе музейында “Үҙем тураһында һүҙем” тип аталған хәтер мөйөшө асылды.

Ришат Марат улының яҡты иҫтәлегенә бағышлап
Ришат Марат улының яҡты иҫтәлегенә бағышлап

Бөгөн Асҡын районы Урмияҙ ауылында Ришат Марат улы Дихиндың яҡты иҫтәлегенә бағышланған саралар сиктәрендә мәктәп музейында “Үҙем тураһында һүҙем” тип аталған хәтер мөйөшө асылды.

Музейға килеп инеү менән, беҙҙе стенала элеүле ҙур портреттан йылмайып ҡарап ҡарап торған Ришат Марат улы сәләмләй. Был портретты үткән йыл Балалар сәнғәт мәктәбе коллективы Гөлназ Рәзиф ҡыҙына бүләк итә. Үҙенә бик ҡәҙерле булған бүләкте ул тормош иптәше уҡыған мәктәпкә музейға тапшырырға ҡарар итә. Бына шулай хәҙер был иҫтәлекле урынға килеүселәрҙе Асҡыныбыҙҙың илһөйәр улы йылмайып ҡаршы ала.

Хәтер мөйөшөндә Ришат Марат улының шәхси әйберҙәре, төрлө йылдарҙа төрлө конкурстарҙа еңеү яулап алған Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, дипломдары, тормош һәм хеҙмәт юлын сағылдырған фотоһүрәттәре урын алған. Туғыҙ быуынын өйрәнеп, үҙ ҡулдары менән төҙөгән шәжәрә ағасы ла иң төп урынды алып тора.

Роза Рафиҡ ҡыҙы Ирғәлина етәкләгән бай мәғлүмәтле музей тағы ла йәнләнеп һәм йәмләнеп киткәндәй булды. Бында урын алған һәр экспонат - үҙе бер тарих!

"Был мөйөштө эшләгәндә беҙгә Ришат Марат улының тормош иптәше Гөлназ Рәзиф ҡыҙы ярҙам итте. Ул бөтә документтарҙы алып ҡайтып, беҙгә күсермәһен ҡалдырҙы. Асҡын тарих -тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Әнзирә Мөкәрәм ҡыҙы ла беҙгә килеп, йыйған материалдарҙы матур итеп урынлаштырырға ярҙам итте.Бына шулай, уҡытыусылар менән бергәләшеп шундай хәтер мөйөшөн булдырҙыҡ. Киләсәктә тағы ла материалдар туплап, байытырға тигән маҡсаттабыҙ", - тине Урмияҙ урта мәктәбе директоры Резеда Рәүзәт ҡыҙы.

Наилә Имаева.

Читайте нас: