Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Хәтер
15 Февраль 2022, 11:40

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Ҡариҙел районында Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алып, тантаналы митинг ойошторҙолар.

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Йылъяҙмабыҙҙы һанай-һүтә килгән календарь биттәре тик яҡшы көндәрҙән, күңелле даталарҙан ғына тормай шул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тарихыбыҙҙың күпме ул-ҡыҙҙарыбыҙҙың ғәзиз ҡаны түгелеп, әсәләрҙең әсе күҙ йәштәрен ағыҙҙырған, аталарҙың сәсен ағарттырған, балаларҙы етем иткән шундай трагик биттәре лә бар. Бөгөн илебеҙҙә нәҡ шундай көндәрҙең береһе – Ватаныбыҙҙан ситтә үҙҙәренең хәрби бурысын үтәгән яугирҙарыбыҙҙы иҫкә алыу көнө.

Был һуғышта ла беҙ 15 меңдән ашыу һалдат һәм офицерҙарыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ, күптәре Тыуған илкәйҙәренә ғәрипләнеп ҡайтты, 274 яугирыбыҙ һаман да хәбәрһеҙ юғалыусылар исемлегендә.

Ҡариҙел районы ла был Афған афәтендә алты баһадирын юғалтты. Ул һуғышта ҡатнашҡан ветерандарыбыҙҙы, һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләрен, балаларын оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Сөнки тап улар яуҙа ҡалған улдарының яҡты иҫтәлеген һаҡлай, тап улар М.Кәрим яҙғанса “дошман йөҙөн һүрәттәрҙән түгел, прицел аша ҡарап таныған”. Хәтер – ул үткәнде генә һаҡлау түгел, ә киләсәкте лә ҡайғыртыу. Бына ошо тормош үҙе ҡуйған талапты күҙ уңында тотоп, Ҡариҙел ауылында тантаналы митинг ойошторолдо. Сара ваҡытында Еңеү һәм тыныслыҡ паркында яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдәргә сәскәләр һалынды. Муниципалитет башлығы А.Ә.Шәйҙуллин, уның урынбаҫары, үҙе үк Афған һуғышын уҙған Р.К.Вәлинуров һәм башҡа рәсми делегация, саҡырылған яугирҙар, йәштәр сит ерҙәрҙә башын һалған райондаштарыбыҙҙы хәтерләне. Шулай уҡ Айҙар Әнғәм улы һәм  Рәмил Карам улы Афған ерендә һәләк булған әсәләрҙе лә үҙ иғтибарынан ҡалдырманы. Уларҙың йортона барып хәстәрлек күрһәттеләр, иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙылар. Хәтер тигән изге төшөнсәне киләсәктә лә онотомаҫҡа, үҫеп килгән быуынға ла еткерергә кәрәклегенә ишара яһаны был сара. Эйе, заманында малай ғына булып киткән һалдаттарыбыҙ бөгөн күбеһе ғаиләле, үҙҙәре күптән атай, ҡартатай...Уларҙың барыһы ла шул йылдар ғазабын хәтирәләрендә һаҡлай килә...

Гөлнара Солтанова.

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас