

“Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнөнә арналған митингта Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Фәрит улы Денисламов, урындағы мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары, ауыл Советы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Афған һуғышы ветераны Азат Әнүәр улы Абраров, мәғариф хеҙмәте ветераны Ансар Солтан улы Солтанов һәм ауыл халҡы ҡатнашты.
Ватанды һаҡлаусылар хөрмәтенә ҡуйылған обелискыға венок һәм сәскәләр һалғандан һуң, яуҙа һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдыҡ.
Митингта сығыш яһаусылар Афған һәм Чечня һуғышы тураһында һөйләне, яугир-интернационалистарҙы иҫкә алды”, - тип хәбәр итте сараны ойоштороусы Иҫке Ҡаҙансы ауыл китапханасыһы Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы Исламова һәм митингта ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.
Наилә Имаева.