Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
27 Ғинуар 2022, 16:05

Блокада икмәге тураһында

Солтанай башланғыс мәктәбендә  Ленинград ҡамауын өҙөүгә арналған дәрес үтте

Блокада икмәге тураһында
Блокада икмәге тураһында

Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышындағы 900 көн дауам иткән Ленинград блокадаһын өҙөүгә 78 йыл тулды. 1944 йылдың 27 ғинуарында совет ғәскәрҙәре Ленинград ҡалаһын тулыһынса фашистарҙан азат итә. Тарихтағы ошо иҫтәлекле көнгә бағышлап, балаларға патриотик тәрбиә биреү маҡсатында “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Блокада икмәге” республика акцияһы үтә.

Солтанай ауыл китапханаһы китапханасыһы Лилиә Сәмиғуллина ошо уңайҙан башланғыс мәктәптә балалар менән “Блокада икмәге” тип аталған дәрес үткәрҙе. Лилиә Мәсһар ҡыҙы балаларға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының ауырлығы, балаларҙың ололар менән бер рәттән төрлө эш башҡарыуы, Ленинград блокадаһы тураһында һөйләне. Китапханасы дошман ҡамауында ҡалған ҡала халҡының фиҙаҡәрлеге – 900 көнгә яҡын аслыҡта, һыуыҡта, ауыр шарттарҙа йәшәп, һуғыш һынауҙарын үтеүе, Ленинградты ҡотҡарған совет ғәскәрҙәренең ҡаһарманлығы тураһында бәйән итте. Шулай уҡ дәресте әлеге етеш, тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән бәйләп,балаларға  иң тәмле, көн дә кәрәкле аҙығыбыҙ — икмәкте ҡәҙерләргә, әрәм-шәрәм итеп йөрөтмәҫкә кәрәклеген төшөндөрҙө, был тарихи ваҡиғаны онотмаҫҡа саҡырҙы.


Белешмә өсөн

“Блокада икмәге” – арыш онона көрпә, ағас онтағы, ҡарағай ҡайырыһы, обой туҙаны, гидроцеллюлоза ҡушып бешерелгән икмәк. Бер кешегә ул тәүлегенә 125 грамм ғына бирелгән.

Илһөйәр Махатова.

Автор: Ильсияр Махатова
Читайте нас