Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
28 Июнь 2021, 10:05

“Беҙҙең маяғыбыҙ, терәгебеҙ ине...”

Бөгөн, 28 июндә, Урмияҙ ауыл мәҙәниәт йортонда Ришат Марат улы Дихиндың “Уҡылмаған китап” тип аталған хәтер кисәһе уҙа. Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры ҡатнашлығында уҙасаҡ сара 18.00 сәғәттә башлана.

Ришат Марат улын районыбыҙҙың башҡорт теле уҡытыусылары ла ҙур хөрмәт менән иҫкә ала.
Ришат Марат улы мәктәп йылдарынан уҡ илһөйәр шиғырҙар, мәҡәләләре яҙып, мәктәп, район, республика конкурстарында, олимпиадаларында әүҙем ҡатнашып, телебеҙҙе үҫтереүгә, пропагандалауға ҙур өлөш индерҙе. Юғары уҡыу йортонда уҡығанда ла беҙҙе үҙенең уңыштары менән һөйөндөрөп кенә торҙо. Ә районыбыҙ менән етәкселек итә башлағас, был юҫыҡта тағы ла ҙур тырышлыҡ, сәм менән эш башланы. 2020 йылда, Башҡорт теле йылы сиктәрендә лә уның етәкселегендә ҙур эштәр башҡарылды. Уның һөҙөмтәһе булып Асҡын районы республикала 3-сө урын яуланы. Ришат Марат улы туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә, пропагандалауға, башҡорт теле уҡытыусыларының абруйын күтәреүгә ҙур өлөш индерҙе. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһа ла, ул бәләкәйҙән туған телгә һөйөү уятҡан остаздарына, уҡытыусыларына оло рәхмәттәрен әйтте.
Һоҡланғыс, талантлы етәксебеҙ, тыуған яғының ысын патриоты Ришат Марат улы Дихиндың яҡшы эштәре, фәһемле кәңәштәре, уның тураһындағы яҡты иҫтәлектәр күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.
Район башҡорт теле уҡытыусылары.
Читайте нас: