Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
1 Апрель 2021, 16:30

ЙӘНШИШМӘНӘН ЭСКӘН ЗАТ ИНЕҢ

Ришат Дихинға

Һөйәнтөҫкә алып баралманың,
Үткәндәрҙә ҡалһын ялҡындар.
– Беҙ бит, апай, башҡорт уландары,
Йөрәктәрҙә, тинең, ялҡын бар.

Их, бер күргем килгән ине минең
Бергәләшеп ошо яу ерен.
Йөҙҙәреңдән һинең уҡый инем
Һөйәнтөҫтөң тере хәтерен.

Һөйәнтөҫтең ҡуҙлы усаҡтары
Дөрләй әле беҙҙең хәтерҙә.
Ҡатындарҙың тәрән ғазабына
Нисек түҙҙе икән ул ирҙәр?

Ә ул ирҙәр ниндәй булды икән?
Һүҙ түгелдер улар ғәмәле.
Асҡын! тиеп йәнең өҙгөләнеп,
Ни һөйләнең, Ришат, әйт әле?

Беләм, беләм, барыһын да тоям...
Йәншишмәне бөрккән зат инең!
Тере һыуҙы милләтеңә һипкән
Һөйәнтөҫтән ҡалған хат инең!..

Лариса Абдуллина.
Читайте нас: