Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
29 Март 2021, 09:35

Рухлы, һәләтле, талапсан, ғәҙел етәксе булды...

Ришат Марат улы Дихин район гәзиттәренең тоғро дуҫы, ҡурсалаусыһы, изге башланғыстарыбыҙҙы хуплаусы ине...

Бөгөн районыбыҙ халҡы Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихинды һуңғы юлға оҙата. Мәрхүм менән хушлашыу район Мәҙәниәт йортонда үтә. Ришат Марат улын оҙатырға республика Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, дәүләт власы органдары, төрлө министрлыҡтар, ведомство етәкселәре, күрше-тирә райондарҙың хакимиәт башлыҡтары килеүе көтөлә.
Ришат Марат улын беҙ мәктәптә уҡыған сағынан беләбеҙ. “Йәнтөйәк” гәзитенең тәүге һандарынан ул беҙҙең иң әүҙем хәбәрсебеҙ булды. Уның туған тел, Тыуған ил тураһында шиғырҙары, ҡобайырҙары, ауылдаштары, уҡытыусылары тураһында һүрәтләмәләре баҫмабыҙ биттәрендә даими донъя күрҙе. Ул үҙе лә мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәне. Мәктәптә “Тулҡын” тигән йәш хәбәрселәр түңәрәген ойоштороп, уны алып барҙы. “Тулҡын”дарҙың ижад емештәрен гәзитебеҙҙә баҫтыра торғайныҡ. Ришат Марат улы төрлө конкурстарҙа, конференцияларҙа ҡатнаша ине. Башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһында ла өс йыл рәттән ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингән йылды, ул беҙҙең “Йәнтөйәк” гәзитендә хеҙмәт юлын башлап, эшләп алды. Бергәләп ауылдар буйлап командировкаларға йөрөй торғайныҡ. Университетта уҡыған сағында ла ул беҙҙең менән бәйләнеште өҙмәне. Асҡын районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгәс, беренсе эш көнөн нәҡ беҙҙең редакцияға килеп, коллектив менән осрашыуҙан башлағайны. Тәүге көндән үк ул үҙен телһөйәр, илһөйәр, талапсан, маҡсатсан, районы өсөн янып торған етәксе итеп күрһәтте. Районыбыҙҙа туған телде үҫтереүгә, тарихыбыҙҙы өйрәнеүгә, шәжәрәләребеҙҙе тергеҙеүгә, йәш таланттарҙы күтәреүгә, районыбыҙҙы төҙөкләндереүгә ҙур көс һалды.
Үткән Башҡорт теле йылында районыбыҙ рухи-мәҙәни үҙәккә әйләнде. Асҡында бик күп республика саралары ҙур ойошҡанлыҡ менән юғары кимәлдә үтте. Ришат Марат улын район гәзиттәрен ҡурсалаусы тиһәк тә артыҡ булмаҫ, сөнки үткән йылда Азат Шамил улы Баҙранов республикала етәкселәр араһында иғлан иткән ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса флешмобҡа ла Ришат Марат улы беренселәрҙән булып ҡушылып, эстафетаны районыбыҙ етәкселәренә тапшырҙы. Етәкселәр мохтаждарға, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә район гәзиттәренә яҙылып бүләк итте. Ришат Марат улы тураһында туҡтамай һөйләргә була.Ошо ике йыл эсендә ул бар булмышы менән халҡым, районым тип янды. Бар көсөн, дәрт-дарманын райондаштарының тормошон яҡшыраҡ итеүгә бағышланы, фәҡәт яҡты маҡсаттар менән, ҙур пландар ҡороп йәшәне... Ә пландары күп ине уның. Шулай дөбөрҙәтеп эшләр сағында көтмәгәндә, уйламағанда арабыҙҙан китеп барҙы... Бик аяныслы, ҡыҙғаныс . Ришат Марат улының ғаиләһенә, яҡындарына Хоҙай түҙемлек, ауыр ҡайғыларҙы күтәрергә көс бирһен! Ришат Марат улы беҙҙең күңелдәрҙә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Беҙҙең хәтеребеҙҙә ул шундай йәш, рухлы, илһөйәр, телһөйәр, халҡы өсөн янып торған етәксе булып ҡаласаҡ. Тыныс йоҡла, Ришат Марат улы!
“Йәнтөйәк” коллективы.
Читайте нас: