Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
29 Март 2021, 10:17

Районыбыҙ бөгөн шундай ҙур юғалтыу кисерҙе

Бала сағынан районыбыҙ тормошонда ҡайнап, уның бәҫен күтәргән етәксебеҙҙе бөгөн һуңғы юлға оҙатабыҙ...

Киләсәктә лә Асҡында башҡорт рухы һүнмәҫ, ә киреһенсә, сәскә атыр, тип әйткәйне Ришат Марат улы республика олимпиадаһында еңеү яулап ҡайтҡандан һуң үҙенең гәзиткә биргән интервьюһында. Ул тап шулай булды ла. Ришат Марат улы хакимиәт башлығы булып эшләү дәүерендә асҡындарҙың рухын күтәреү, асылына ҡайтарыу өсөн күпме көс һалды. Район башҡорттары ҡоролтайы эше лә нәҡ ул ҡайтҡас йәнләнде, яңыса һулыш алды. Башҡорт мөхитен йәнләндергән, халыҡтың күңелен байытҡан, тарихын танытҡан, районыбыҙҙа үткән тәрән мәғәнәле сараларҙы һанап бөткөһөҙ. Асҡын районының республикабыҙҙа Башҡорт теле йылын йомғаҡлау сараһында 3-сө дәрәжә диплом менән бүләкләнеүе лә быға асыҡ миҫал.
Беҙ Ришат Марат улы башлаған эштәрҙе дауам итербеҙ. Кисә генә “Сулпылар”ҙа районыбыҙҙың өс һәләтле уҡыусыһы конкурста бәйге тотоп, Асҡыныбыҙ данын күтәрҙе. “Байыҡ”та, “Һылыуҡай” конкурстарында, спорт бәйгеләрендә асҡындар үҙҙәрен ҡыйыу һәм лайыҡлы күрһәтте. Иң беренселәрҙән булып, 2021 йылда районыбыҙҙа Балыҡсы ырыуы йыйыны гөрләп үтте, “Балыҡфест” йәштәр форумы ла нәҡ Асҡыныбыҙҙа Ришат Марат улы етәкселегендә икенсе тапҡыр ойошторолдо.
Тыныс йоҡла, Ришат Марат улы...
Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова.
Читайте нас: