Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
29 Март 2021, 20:30

Бөгөн бөтә районыбыҙ өсөн ҙур юғалтыу кисерҙек.

33 кенә йәшендә балабыҙ, уҡыусыбыҙ һәм етәксебеҙ - Асҡын район хакимиәте башлығы Дихин Ришат Марат улын һуңғы юлға оҙаттыҡ.

Ата - әсәһенә, хәләл ефетенә, малайҙарына, туғандарына Аллаһ Тәғәлә күркәм сабырлыҡтар бирһен.Ул үҙ иленең ысын патриоты булды. Аллаһтың рәхмәте, үҙенең тырышлығы менән ҡыҫҡа ғына ғүмерендә, ҡайһы бер кешеләр ғүмере буйы эшләй алмаған ҙур эштәр башҡарҙы. Халҡым, телем, илем, тарихым, тип янды. Дәртләнеп йәшәне, янып эшләне лә, үҙе лә янды, һүнде... Үҙ үлеме менән беҙгә һабаҡ та бирҙе. Ул башҡарып өлгөрмәгән, ә башлап ҡуйған эштәрҙе һәр кемебеҙ үҙ ғаиләһендә башҡара ала. Ул туған тел, тип янды.Туған телебеҙҙе балаларыбыҙға, оноҡтарыбыҙға өйрәтәйек, уныһы һәр беребеҙҙең ҡулынан килә. Аллаһ Сөбхәнәһү үә Тәғәлә, беҙгә ошондай һынауҙар биреп, ни әйтергә теләй, беҙгә ниндәй һабаҡ бирергә итә. Был турала һәр беребеҙ уйланырға тейеш. Иң беренсе, беҙгә ғәфләт йоҡоһонан уянырға кәрәк. Йәшәү, тормош, ғүмер, тыуыу һәм үлем тураһында уйланырға ҡушмаймы беҙгә Раббыбыҙ!? Матур итеп, тормошобоҙҙо ла теүәлләйек, туған телдәрендә һөйләшергә өйрәтеп, балаларыбыҙҙы ла матур итеп тәрбиәләйек, сит ил тарихын түгел, үҙебеҙҙең нәҫел, ауыл, халҡыбыҙ тарихын өйрәтәйек, ә тәрбиәне дин нигеҙҙәренә таянып алып барайыҡ. Дин тыйылған заманда бит, беҙҙе ғаиләлә нимәнең яҡшы, нимәнең насар икәнен дини күҙлектән сығып аңлаттылар, күңелдәребеҙгә иман нуры һалдылар. Балаларыбыҙҙы ла шулай тәрбиәләйек, үҙебеҙ ҙә Аллаһтың тыйғанынан тыйылып, ҡушҡанын үтәргә тырышайыҡ. Был нәсихәт иң беренсе үҙемә һәм минең фекеремде уртаҡлашҡан ҡәрҙәштәремә. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ! Иң мөһим терәгебеҙ ИСЛАМ диненә таянайыҡ, ин шаа Ллаһ!
Авыл агинәйләре рухыңа багышлый.
Ришатыбыз, сабыебыз,
Күз алдында үстең син,
Авылыбыз күрке булып
Үсеп буйга життең син.
Вазифаңа башлагач та
Килдең туган авылыңа,
Ата-анаң, якташлардан
Фатихалар алырга.
Күз алдында көлеп-балкып
Очрашуга килеүең,
Барсына аерым-аерым
Рәхмәт әйтә белеүең
Бу баладан өмет чыгар,
Дип сөенеп утырдык,
Күңелләрне,йөрәкләрне
Шатлык белән тутырдык.
Шундый дәрт белән, чәмләнеп
Син башладың эшеңә,
Башкортостан, Аскыныңа
Фидәкарь хезмәт итәргә.
Авылыңа күп яхшылык
Эшләргә син өлгердең,
Урмиязны,Аскыныңны
Республикага белдердең.
Шигьри күңелле идең син,
Нечкә күңелле идең син,
Төксе түгел, хисле итеп
Чыгышлар ясый белдең
Синең үлемне уйласак
Йөрәк ярылыр кебек,
Безнең йөрәк кенә түгел,
Күкләр ярылыр кебек.
Авылыбызда матәм көне,
Улыбызны жирлибез,
Илнең асыл баласыннан
Мәхрүм калган көнебез.
Читайте нас: