Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
15 Сентябрь 2020, 11:54

“Атайҙар исеме ташҡа яҙылған”

Борай районы Әрнәш ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә обелиск асылды

Быйыл күп ауылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә обелискылар төҙөлдө. Был Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан ғына эшләнмәне, сөнки тыуған ерен, ғаиләһен, дөйөм алғанда, киләсәк быуынды фашист яуызлығынан һаҡлап ҡалыуҙа башын һалған һәр һалдаттың исеме мәңгеләштерелергә тейеш.
Әрнәш ауылында асылған обелискыла Әрнәш, Александровка, Аненка, Николаевка ауылдарынан һуғышҡа алынған 250 яугирҙың исеме яҙылған. Һуңғы өс ауыл юҡ инде, ә уларҙан китеп фашист әсирлегенә эләккән, ауыр һуғыш юлдарын үткән, Еңеү менән тыуған яғына әйләнеп ҡайтыу бәхетенә ирешкән, дошман һалған яраларҙан һыҙланып вафат булғандарҙың исеме онотолорға тейеш түгел.
Обелискыны асыу тантанаһында ҡатнашҡан район хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов та нәҡ ошоларға баҫым яһаны һәм тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә саҡырҙы. Тантанала шулай уҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Радик Хәсәнов, Тепляк ауыл биләмәһе башлығы Мадис Раянов сығыш яһаны. Уларҙың телмәре лә беҙгә тыныс киләсәк бүләк иткән яугирҙарға рәхмәт һүҙҙәре менән һуғарылғайны.
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә эшләнгән обелискыны асыу хокуғы район хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡовҡа һәм ауыл аҡһаҡалы Вафи Сәмиғуллинға бирелгәс, Рөстәм Әхмәт улы тантанаға килгән өлкән йәштәге апайҙарҙы ла саҡырҙы. Шул ваҡытта эскәмйәлә сабыр ғына ултырған апайҙарҙың береһе, урынынан ҡуҙғалып: “Әйҙәгеҙ, атайҙар янына барып баҫайыҡ әле”, — тип әйткәс, бирегә йыйылған бар халыҡтың күҙенә йәш килде. Сәскәле яулыҡтарын матурлап бәйләгән, бала сағы һуғыш осорона тура килеп, унан һуңғы тыныс тормошта ла бар ғүмерен ошо тыуған ауылына бағышлаған апайҙарҙың ошо ваҡыттағы хәле илебеҙҙең барлыҡ халҡы кисерештәрен сағылдырғандыр. Аҡ япманы асҡас та улар атайҙары янынан китергә ашыҡманы. Беҙ, йәш быуын, уларҙы ашыҡтырманыҡ та. Йыйырсыҡланып бөткән ҡулдары менән атайҙарының исемен һыйпаған апайҙар үҙҙәрен иҫән атай янында иркәләнеп торған бәләкәй ҡыҙсыҡ итеп тойғандыр, моғайын.
Ошо 250 яугир рухына бағышлап дин әһеле Динарис Хәбибуллин Ҡөрьән аяттары уҡып, доға ҡылды. Унан обелиск эшләүҙә ҙур өлөш индергән Фаил Солтанов, Марат Исмәғилев, Зәбир Низамов, Эдуард Шәмсетдиновҡа — район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары, Илшат Ғәлимйәнов, Радмир Шәмсийәров, Эльмира Низамова һәм Зиниә Климинаға Тепляк ауыл биләмәһе хакимиәтенең Почет грамоталары тапшырылды.
Обелиск сәскәләргә күмелде. “Сударушка” вокаль ансамбле һуғыш темаһына йырҙарын бүләк итте. Ауылдаштар исеменән Марья Зәйдуллина һуғыш яугирҙарының исемен мәңгеләштереүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.
Әрнәш ауылына килеп ингәс тә ошо обелиск ҡаршы ала. Уның янынан кеше өҙөлмәһен, бирелә йәшәүселәр, тыуған ауылына ҡунаҡҡа ҡайтыусылар балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән шунда килеп, сәскәләр һалып, мәңгелеккә башын һалғандарҙы иҫкә алып үтһә, улар онотолмаясаҡ, халыҡ хәтерендә йәшәйәсәк.
Венера Арысланова.
Читайте нас: