Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
15 Июль 2020, 14:46

Тормош асылы — намыҫлы хеҙмәтендә

Балтас районы.Был ҡайғылы ваҡиғаны халыҡ телендәге “аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек” тигән һүҙҙәрҙән дә көслөрәк тасуирлап булмай.

11 майҙа ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы Илүс Әлфит улы Хәмитовтың яҡты донъянан китеүе бөтөн Балтас халҡын тетрәндерҙе. 50 йәше яңы ғына тулған, типһә тимер өҙөрҙәй ир-егеттең бөгөн арабыҙҙа булмауы ҡыҙғаныс.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көнөндә Илүс Әлфит улын иҫкә алмай мөмкин түгел, сөнки ул ғүмерен, бар булмышын ошо өлкәгә бағышлаған, намыҫлы хеҙмәте менән өлгө булған шәхес. Илүс Хәмитовтың районда ЮХХДИ хеҙмәтен етәкләүенә сентябрҙә 20 йыл тулыр ине...
Полиция майорының өҫтәлендә — таушалып бөткән яратҡан китабы: Валентин Пикуль, “Честь имею”. Костюм кеҫәһендә — Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдары хеҙмәткәренең һөнәри этика кодексы. “Тыйнаҡ булырға һәм сама хисен юғалтмаҫҡа” тигән юлдарҙың аҫтына һыҙылып ҡуйылған.Түш кеҫәһендә етәксе өсөн тәҡдимдәр — күрәһен күргән, ваҡыт һарғайтып бөтөргән бер бит ҡағыҙ. Унда ла ҡалын итеп һыҙылған ҡағиҙә: ҡул аҫтындағы кешеләрҙе башҡа хеҙмәткәрҙәр алдында ғына түгел, халыҡ алдында ла иҫкәртмәҫкә, әрләмәҫкә... Бына шундай ихлас, ябай һәм намыҫлы булып матур йәшәп үтте тормош юлынан полиция майоры Илүс Хәмитов. Һәм үҙенән һуң тик яҡты хәтирәләр генә, бер тапһыҙ эҙҙәр ҡалдырҙы.
“Аҫыл тәрбиә уның ата-әсәһенән, ғаиләһенән килә”, — тип хистәре менән уртаҡлаша Илүс Хәмитовтың тормош иптәше Индира Фәнис ҡыҙы. Ул 1969 йылдың 19 мартында Юғары Ҡанһөйәр ауылында тыуа. Әсәһе Рида Таһир ҡыҙы, атаһы Әлфит Ғәйнелйән улы ғүмерҙәре буйына колхозда тырышып эшләй. Балаларын да йәштән хеҙмәткә өйрәтеп үҫтерәләр. Уларға төплө тәрбиә, юғары белем биреү өсөн бар көстәрен һала Хәмитовтар. “Иҫ киткес ғаиләлә үҫкән Илүс. Улар шул тиклем татыу, берҙәм. Тормош иптәшемдең һоҡланғыс сифаты: ул әсәһе өсөн өҙөлөп тора ине, төн уртаһында шылтыратһа, шул минутта янына ашығыр ине”, — тип һөйләй Индира Фәнис ҡыҙы. Тәрбиә традицияларын йәш ғаиләләр ҙә лайыҡлы дауам итә. Индира менән Илүс Хәмитовтарҙың улдары Илдар һәм Таһир үҙҙәре һайлаған һөнәри йүнәлештәр буйынса белем ала, әсәләренә терәк улар бөгөн. “Илүс балаларға ҡысҡырып өндәшмәне, кәңәш, һүҙ менән, тәрбиәләй белде. Балалар бәләкәйҙән аталары йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышты. Иркәлек, атай исеменә таянып йәшәү тигән төшөнсәләр булманы ғаиләлә. Илүс балаларын үҙе кеүек үҙ аллы булырға, һәр аҙымдары өсөн яуап бирергә өйрәтте”, — ти Индира Хәмитова.
Илүс Әлфит улының биографияһы: Тусыбай урта мәктәбен тамамлағас, Балтас һөнәрселек-техник училищеһында белем алыу, Венгрияла ике йыл армия хеҙмәте, Башҡорт дәүләт аграр университетында инженер-механик һөнәрен үҙләштереү, 1994 йылда Балтас юл-патруль хеҙмәтендә инспектор булып эш башлау, биш йыл өлкән инспектор булып хеҙмәтенең бөтә асылына төшөнгәс, 2000 йылдан алып дәүләт автоинспекцияһы бүлеген етәкләү.

I,II,III дәрәжә “Хеҙмәттә айырмалыҡ өсөн” миҙалдары, Рәсәй полицияһының — 300, ЮХХДИ хеҙмәтенең 80 йыллыҡтары уңайынан бирелгән иҫтәлекле миҙалдар, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Рәхмәт хаттары, бүлексә коллективы республика буйынса 1-се, 2-се урындар алған өсөн дипломдар ҡәҙерле йәдкәр булып ғаилә архивында һаҡланған. Республика ЮХХДИ хеҙмәтенең юбилей йылдарында сыҡҡан китаптар, һирәк-һирәк кенә фотолар. Хатта ошо мираҫтан да Илүс Әлфит улының иҫ киткес тыйнаҡлығы бөркөлөп тора кеүек. Нәҡ ошо аҫыл сифаты, кешеләргә ярҙамсыл булыуы менән ул райондаштары араһында абруй ҡаҙанды. Уның исеме, районда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген һаҡлауға биргән намыҫлы хеҙмәте халыҡ күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
Теманы дауам итеп...
Динар Мәҙехәт улы Низамов, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Балтас районы буйынса бүлексәһе начальнигы:
— Илүс Әлфит улы кеүек үҙ эшенә бирелгән, һайлаған һөнәренә тоғро кеше бик һирәк булалыр. Бөгөн уның тәжрибәһе, аҡыллы кәңәштәре етмәй беҙгә. Яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға бер ваҡытта ла ҡурыҡманы, инициативалы, эшен еренә еткереп башҡара торған хеҙмәткәр ине ул. Хеҙмәттәштәргә өлгө итеп ҡуябыҙ, йыш иҫкә алабыҙ Илүс Әлфит улын. Бик сабыр, тыныс холоҡло кеше, проблема килеп тыуһа, төптән уйлай, бар яҡтарын да үлсәүгә һалып, дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белә ине. Бер ваҡытта ла кешегә насарлыҡ ҡылмаҫ, насар уйҙа булмаҫ, гел ярҙамға ашығыр ине ул. Юл хәүефһеҙлеге хеҙмәтенә биргән фиҙаҡәрлеге өсөн рәхмәтлебеҙ.
Мәсхүт Мәғзүм улы Хәлиуллин, эске эштәр органы ветераны, 1989-1999 йылдарҙа өлкән дәүләт автоинспекторы, Балтас районы буйынса дәүләт автоинспекцияһы начальнигы:
— Илүс Әлфит улы һәр ваҡыт алға ҡарап, перспективаны уйлап эшләй торған кеше ине. “ЮХХДИ — яза бирә торған орган түгел, беҙҙең эш — профилактика, аварияларҙы булдырмау”, — тигән һүҙҙәре онотолмай. Юлдарҙағы ҡурҡыныс хәлдәрҙе нисек тә киҫәтергә кәрәк, тип янып эшләне ул. Үҙен аяманы, сәләмәтлеген һаҡламаны. Ниндәй генә хәлдәрҙә лә хеҙмәттәштәре менән кәңәшләшергә тырышты. Асыҡ күңелле булды. Беҙҙең өсөн, хеҙмәттәштәре, ғаиләһе, ғөмүмән, район өсөн ҙур юғалтыу. Маҡтауға лайыҡ кеше ине, рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алабыҙ.
Денис Рәфхәт улы Ғаттаров, райондың ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы:
— Илүс Әлфит улы атайым Рәфхәт Вәлихан улын үҙенең остазы итеп һанай ине. Ул үҙе минең өсөн остаз, ысын мәғәнәһендә уҡытыусы булды. Коллективта 10 ғына кешебеҙ, әммә эш фронты бик ҙур. Тынғыһыҙ хеҙмәтебеҙҙә Илүс Әлфит улы беҙҙең барыбыҙ өсөн дә бер ҡалҡан булды: ышаныс, яҡлаусы, таяныс, дөрөҫ юл күрһәтеүсе. Шул тиклем ғәҙел, намыҫлы һәм ябай кеше ине. Шул уҡ ваҡытта эште лә талап итә белде, ауыр саҡта аңланы, ярҙам ҡулы һуҙҙы. 12 йылдан артыҡ бергә, иңгә-иң терәп эшләнек, татыу ғаилә кеүек булдыҡ. Юҡһынабыҙ, ваҡытһыҙ арабыҙҙан китеүе ҡыҙғаныс.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: