- 22 июнь – тарихта иң ҡайғылы һәм фажиғәле дата. Был көндө беҙ яуҙа һәләк булған һәм һуғыштан Еңеү менән ҡайтып, шулай уҡ тылда аслыҡтан, ауыр тормоштан мәрхүм булғандарҙың барыһын да хәтергә алабыҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы минең ғаиләмде лә урап уҙмаған. Атайым Ғабделғаян Зекриә улы менән уның өс бер туғаны ла яуға китә. Тик атайыма ғына тыуған яғына кире әйләнеп ҡайтырға насип була. Уның ағаһы Барый, ҡустылары Фәтих менән Ғабделхәй һуғышта һәләк була. Уларҙың тормош һәм яу юлдарын өйрәнеп, балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә лә изге аманат итеп еткерергә тырышабыҙ. Үҙенең ғүмерен аямай изге бурысын үтәгән, Тыуған иле өсөн баштарын һалғандарҙы бер кем дә онотмаһын ине. Үҙебеҙ белгәнде йәш быуынға еткерәйек, атай-олатайҙарыбыҙҙың батырлығын яҡты иҫтәлек итеп һаҡлайыҡ.Түбәндәге шиғырым да нәҡ ошо хаҡта, - тине Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы.
Рәхмәт әйтеп, баш эйәбеҙ,
Һәр беребеҙҙең хәтерендә.