Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
13 Ғинуар 2020, 11:52

Ҡаһарман кавалерист

Ғилемгәрәй Гәрәевтың батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге яҡташтары күңелендәХалыҡ геройы. Геройҙар командиры. Был һүҙҙәр 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов тураһында. Шайморатов дивизияһында хеҙмәт итеүселәр араһында 78 Советтар Союзы Геройы бар, биш кеше Дан орденының тулы кавалеры, 3860 һуғышсы орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.

Шундай батыр ир-егеттәр араһында районыбыҙҙың Көндәшле ауылынан Ғилемгәрәй Гәрәй улы Гәрәев та бар. Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн яҡташыбыҙ Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Һуғышсан хеҙмәте өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Ғилемгәрәй Гәрәев һалдат шинелен Йыраҡ Көнсығышта 1937 йылдың октябрендә кейә.Бирелә Хәсән күле эргәһендә барған бәрелештә ҡатнаша. Тыуған ауылына әйләнеп ҡайтып оҙаҡ тора алмай, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1941 йылдың декабрендә Тыуған илебеҙҙе немец илбаҫарҙарынан һаҡларға 112-се Башҡорт атлы дивизияһы сафында баҫа.
Брянск фронтында беренсе һуғыш сынығыуы ала кавалерист. 1943 йылдың мартында ҡамауҙа ҡалалар. Төркөм-төркөм тупланып, ике тапҡыр һөжүмгә барып ҡарайҙар. Әммә 50 кешенән 25-е генә иҫән ҡала. Патрондар, гранаталар бөтә бара. Ғилемгәрәйҙең автоматының ярты дискыһында ғына патроны ҡала. Кавалеристар тағы солғаныштан сығыу яғына ынтыла. Ҡараңғы булғанлыҡтан, дошман уларҙы күрмәй ҡала. Бер ауылға килеп сығалар. Кухняла аш таратҡан саҡтарын тура килтереп, ундағы немецтарҙы юҡ итәләр һәм бер аҙ ҡорал, патрондар хәстәрләп алалар. Шунда Ғилемгәрәй яҡташын — Текән ауылы егете Дәүләтовты осрата.
— Бер ваҡыт аттарҙы йәшерергә тигән приказ була. Немец танкылары һөжүмгә килә. Һалдаттар ат аҙбарының тәҙрәһенән сығып ҡотола. Ғилемгәрәй үҙе генә ҡала. Шунда: “Рус, сдавайся!” — тигән һүҙҙәрҙе ишетә. Егет атына менеп атлана ла, аҙбарҙан уҡтай атылып сығып ауылға табан саба. Немецтар артта ҡала, ауылға еткәндә аты йығыла. Баҡһаң, уға дошман пуляһы тейеп, ҡаны аҡҡан килеш һуңғы һулышына тиклем сапҡан икән. Шулай меҫкен ат Ғилемгәрәйгә Совет армияһына килеп ҡушылырға ярҙам итә...
Һуғыш юлдары Ғилемгәрәй Гәрәевты Днепр ярына илтә. Етәкселек йылғаны кисеүҙе тиҙләтеү бурысын ҡуя. Гитлерсыларҙың совет һалдаттарын Днепр аша сығармаҫ өсөн көслө нығытмалар эшләгәне билдәле була. Кисеү сараларын әҙерләүҙе һиҙеп ҡалһалар, яңы көстәрен йылға ярына йәлеп итәсәктәр. Дымарка тигән төбәктә ҡыуаҡлыҡ була, беҙҙең һуғышсылар шул тирәнән йылғаны кисергә ниәтләп, кем нимә таба, шулай һалдар, ишкәктәр эшләй. Ҡаршы яҡта нимә көткәнен береһе лә белмәй. 58-се гвардия кавалерия полкынан Н.А. Степанов етәкселегендәге төркөм Днепрҙың уң яғына ебәрелә. Ҡараңғы төндә ярға сығалар. Степанов немецтарҙың траншеяһына төшә, бер дошманды юҡ итә, икенсеһен бәреп йыға ла, ауыҙына сепрәк тултырып, иҫән-һау штабҡа алып килә. “Тел” дошман көстәре тураһында кәрәкле мәғлүмәттәр бирә...
Гвардия майоры Таһир Кусимов етәкселегендәге 58-се полк иң ойошҡандарҙан һанала, һәм кисеүҙе лә нәҡ ул башлай. Операцияның һөҙөмтәһен дә ошо беренсе десанттың әҙерлеге хәл итә. 100 һуғышсы кәмәләр, һалдар менән ҡаршы яҡҡа йүнәлә, бер аҙҙан дошман яғында ут асалар. Ут аҫтында ярға сыҡҡан һалдаттар бәләкәй генә плацдарм алыуға ирешә. Икенсе подразделение ярға сыҡҡансы дошмандың ике һөжүмен кире ҡаға ҡаһармандар. Юғалтыуҙар ике яҡта ла күп була. Иртә менән Днепрҙы кисеп сыҡҡан һалдаттар өҫтөнә немец самолеттары бомба яуҙыра. Әммә йылға кисеүҙе туҡтатмайҙар... Ҡот осҡос алыштан иҫән сыға Ғилемгәрәй Гәрәев. Батыр һалдат бирелә 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Әле бынан һуң да күп алыштарҙа ҡатнаша Көндәшле егете. Висла йылғаһын кисеп Польшаны азат итеү ҙә, Одер йылғаһы аша сығыу ҙа хәтерендә ғүмерлеккә уйылып ҡала...
Дошманды еңеп, батыр кавалерист 1946 йылда тыуған ауылы Көндәшлегә старшина дәрәжәһендә ҡайта. Күкрәген орден-миҙалдар биҙәй. Ветеран ялға сыҡҡансы колхозда агроном, рәйес, рәйес урынбаҫары булып эшләй, партия ойошмаһын етәкләй, район Советы депутаты була. Тельман исемендәге күмәк хужалыҡтың “Почетлы колхозсыһы”, “Хеҙмәт ветераны” исемдәренә лайыҡ була. Тормош иптәше Зыяда апай менән алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Бөгөн Ғилемгәрәй ағай Гәрәев арабыҙҙа юҡ инде. Әммә уның данлы юлы, һуғышта һәм хеҙмәттә күрһәткән фиҙаҡәрлеге яҡташтары күңелендә йәшәй.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Балтас районы.
Читайте нас: