Ҡәҙерлебеҙ көслө рухлы, күркәм холоҡло, тура һүҙле, талапсан кеше ине. Уға тормош юлында аслыҡ-яланғаслыҡты, ауыр юғалтыуҙарҙы кисерергә тура килһә лә, бөгөлөп төшмәй. Ауыр тормош уны бик йәшләй сыныҡтыра, тәүәккәл булырға өйрәтә. Уның киң күңеле, оло йөрәге бар изгелекте туплап йәшәне. Ошо хистәрҙе яҡындарына, тирә-яҡтағыларға йомарт өләште. Үҙен белгән һәр кемдең оло ихтирамын яулаған кәңәшсе лә, дуҫ та, серҙәш тә булды. Беҙгә биргән тәрбиәһе, алтындай кәңәштәре, хәйер-фатихалары өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Нәнәйебеҙҙең йылы ҡарашы, фәһемле кәңәштәре йөрәгебеҙҙә мәңге һаҡланыр! Ҡәҙерлебеҙҙең рухы тыныс, урыны ожмахта булһын!