2025 йыл аҙағында Асҡын ауылында яңы поликлиниканы файҙаланыуға тапшырмаҡсылар. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эштәр “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы алып барыла.
Төҙөлгән бинаның майҙаны дүрт мең квадрат метр тәшкил итә. Яңы поликлиника сменаһына 250 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Әле майҙансыҡтағы эштәргә 100 тирәһе кеше һәм дүрт берәмек техника йәлеп ителгән. Урындағы элекке биналар һүтеп алынған.
Әйткәндәй, Благовещен, Яңауыл, Учалы ҡалаларында һәм Баҡалы ауылында яңы поликлиникалар төҙөлә.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.