Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10

Батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек өлгөһө

Советтар Союзы Геройы Тажетдин Ғиләжетдиновтың исеме — мәңгелек

Батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек өлгөһө
Батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек өлгөһө

Тажетдин Баһауетдин улы Ғиләжетдинов исеме районда, республикала ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә билдәле. Баҙраҡ ауылы халҡы Тажетдин Баһауетдин улы менән бер ауылдан булыуы, бер һуҡмаҡтан йөрөүе, бер шишмә һыуын эсеүе менән ғорурлана.

“Мин Баҙраҡ ауылында тыуып үҫтем. Мәктәпте тамамлағас, фермала, артабан бер аҙ мәктәптә эшләнем. Һуғышҡа 1942 йылдың февралендә алындым, миңә 18 йәш тә тулмағайны әле. Туғыҙ айҙа Гурьев ҡалаһында хәрби училищены тамамлап, фронтҡа киттем. Миномет взводы командиры итеп билдәләнеләр. Беренсе сынығыуым Ростов өлкәһе ерҙәрен азат итеү өсөн барған һуғыштарҙа булды. 1943 йылдың мартында мин хеҙмәт иткән 665-се уҡсылар полкы Ростов ҡалаһына яҡын Солтансалы һәм ҙур Кирсановка ауылдарын дошмандан азат итте. Артабан — Таганрог, Мариуполь, Мелитополь ҡалалары. Беренсе яраланыуымды ла Таганрог ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡанда алдым”, — тип һөйләй торғайны Тажетдин Баһауетдин улы.
Ҡырымды немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн алыштарҙа ла ҡаһарманлыҡ күрһәтә. 665-се уҡсылар полкы артиллерия батареяһының лейтенант Тажетдин Ғиләжетдинов етәкселегендәге ут взводы (4-се Украина фронты, 51-се армия, 216-сы уҡсылар дивизияһы) 1944 йылдың 7 апреленән 9 апрелгә тиклем Тархан ауылы өсөн алыштарҙа тура наводкалағы ут менән дошмандың өс дзотын, ике ауыр минометтар батареяһын һәм танктарға ҡаршы өс пушканы ҡыйрата.
Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
“Һуғышта ниндәй батырлыҡ өсөн һеҙгә Советтар Союзы Геройы исеме бирелде?” — тигән һорауға: “Симферополь ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡандан һуң, Ҡыҙыл Армия дошмандарҙы ҡыуыу өсөн, Севастополь ҡалаһына йүнәлә. Фашистар, аждаһа һымаҡ үт сәсеп, совет ғәскәрҙәре позицияларына яҡынлаша. Бигерәк тә Сапун-тау өсөн яуҙа бик күп ҡан ҡойола. 1944 йылдың 9 майында иртән иртүк дошман танктарының атышыуы башлана. Беҙҙекеләр ныҡ тора. Минең взвод ике танкты һәм ике штурм ҡоралын юҡ итә. Орудие расчетынан бер үҙем генә иҫән ҡалһам да, тағы бер танкты шартлаттым. Ләкин танктар өйөрө алға барыуын дауам итә. Шунда ҡоралымды тағы бер танкка төҙәнем. Кинәт 10-15 метр йыраҡта ғына дошман снаряды шартламаһынмы. Тирә-яҡ дөм ҡараңғыға сумған кеүек тойолдо. Һушымды юғалтып, ергә йығылғанмын икән. Ҡанҡойош кискә тиклем дауам иткән. Беҙҙекеләрҙең ныҡ ҡаршы тороуына сыҙай алмайынса, дошман сигенергә мәжбүр булған. Мине башҡа яраланған һалдаттар менән Баҡсаһарай ҡалаһына госпиталгә оҙаталар, минең балтыр һөйәгем һынған була, хәлем дә бик насар ине. Аяғымды һаҡлап ҡалыу ниәте менән операция яһайҙар. Наркоздан уянғас, беренсе уйым шул булды: аяҡтарым иҫәнме икән? Юрған аҫтынан сығып торған бармаҡтарымды күргәс, илап ебәрҙем. Нисек сыҙағанмындыр, уныһын бер Хоҙай ғына белә. Бына ошо алыштағы батырлығым өсөн миңә Советтар Союзы Геройы" исемен бирҙеләр ҙә инде, — тип яуап бирә Тажетдин Баһауетдин улы. Эйе, ул зарланыу-уфтаныуҙы белмәгән, күңел көрлөгөн һаҡлаған шәхес булып иҫтә ҡала.

Тажетдин Баһауетдин улы бар ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлай. Ул 44 йыл тирәһе белем биреү системаһында – тәүҙә уҡытыусы, унан һуң мәктәп директоры булып эшләгән. Уның менән бергә эшләгән уҡытыусылар күренекле яҡташыбыҙҙы оло хөрмәт менән иҫкә ала.


Һуғыштан алған һуңғы яраларынан айнып, 1945 йылдың һалҡын ҡышында Ҙур Баҙраҡ ауылына 22 йәшлек һалдат ҡайтып төшә. Эйе, герой тыуған ауылына иҫән-һау ҡайта. Герой исемен һуғышта алыу нисек ҡыйын булһа, был юғары исемде тыныс тормошта йөрөтөү ҙә еңел түгел. Тажетдин Баһауетдин улы быны аңлап йәшәне.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, тыуған ауылында уҡытыусы, унан һуң район мәғариф бүлеге мөдире, партияның район комитетының икенсе секретары вазифаларын башҡара. Артабан оҙаҡ йылдар Баҙраҡ мәктәбе директоры була. Был вазифала булғанда, яңы мәктәп бинаһы төҙөткән. Төҙөтөү генә түгел, үҙе башлап йөрөгән. Уҡытыусылар менән бер рәттән машина-машина таш, кирбес бушаталар. Ағас материалдарҙы ла үҙ көстәре менән табалар. Балсыҡ бушатыуҙа бар ауыл халҡы ярҙамға килә.
"Тажетдин Баһауетдин улы мин Баҙраҡ мәктәбендә эшләй башлағанда директор вазифаһын башҡара ине. Мине, яңы ғына диплом алып ҡайтҡан ҡыҙҙы, эшкә өйрәтте ул. Дәрестәргә инеп ултырып, педагогик эшмәкәрлегемде анализлай ине. “Армияға бараһы малайҙар белемле булырға тейеш, һәләтен табығыҙ. Бер бала ла ситтә ҡалмаһын. Илһөйәрҙәр тәрбиәләргә тейешбеҙ”, — тип әйтә ине. Тауышы ла моңло ине, матур итеп йырлай торғайны, спектаклдәрҙә ҡатнашты, артислыҡ һәләте бар ине. “Зәңгәр шәл” спектаклен ҡуйыуҙары бөгөнгөләй хәтеремдә. Бар яҡлап та уңған, етеҙ кеше булды Тажетдин Баһауетдин улы. Ҡыҫҡаһы, коллективты ойоштора белә торған бик әүҙем етәксе ине ул”, — тип хәтирәләр йомғағын һүтте Тажетдин Баһауетдин улы менән бергә эшләгән ветеран-уҡытыусы Рада Хажи ҡыҙы Шакирова.
Тажетдин Баһауетдин улы легендар герой ғына түгел, яҡшы ғаилә башлығы ла була. Ҡатыны Рәйсә Фәйзулла ҡыҙы менән өс малай тәрбиәләп үҫтерәләр. Хөрмәт нефтсе һөнәрен һайлап, Когалым ҡалаһында “Нефтегаз” ойошмаһында эшләй. Фәрит Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын тамамлап, Өфөлә программист булып хеҙмәт һала. Кесе улдары Рәшит Өфө дәүләт нефть техник университетының төҙөлөш факультетын уңышлы тамамлағандан һуң, Сибай ҡалаһында эшләй. Уларҙың һәр береһенең өлгөлө ғаиләһе бар.
Советтар Союзы Геройы Тажетдин ағай Башҡортостандағы геройҙарҙың иң һуңғылары иҫәбендә 2012 йылда вафат булды.
Герой үҙе иҫән булмаһа ла, уның исеме — мәңгелек. Ул йәшәгән йортта һәм ул төҙөткән, күп йылдар эшләгән мәктәпкә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. 2020 йылдың ноябрендә Ҙур Баҙраҡ мәктәбенә Тажетдин Ғиләжетдинов исеме бирелде. 2023 йылда мәктәптең тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла уның исеме менән йөрөтөлә башланы. Советтар Союзы Геройы бюсы тыуған ауылында Еңеү паркында урынлаштырылды. Борай ауылында урам да уның исемен йөрөтә.
Үҙе иҫән саҡта Тажетдин Ғиләжетдинов бик йыш батырлыҡ дәресе алып бара ине. Уҡыусыларға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙә уның өлөшө ҙур булды. Шуғалыр ҙа инде, Баҙраҡ мәктәбен тамамлаусылар араһында хәрби хеҙмәтте һайлаусылар күп. Тажетдин Баһауетдин улы өлгөһөндә үҫкән кисәге малайҙар бөгөн илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшә.

Лира ЮРАСОВА.

Борай районы.

Автор:
Читайте нас: