“Быуындар хәтере”ндә яу яланын, тыл тормошон сағылдырған һәр һүрәт терелгән: залдарҙа урынлашҡан экрандарҙа күрһәтелгән картиналар ҡыбырлай, кадр артындағы тауыш уларҙың тарихын һөйләй.
Һуғыш башланғас та, рәссамдар башҡалар менән бер ҡатарҙан фронтҡа китә, мылтыҡ тотоп илде һаҡлау менән бергә яу яланын һүрәттәрендә лә сағылдырырға өлгөрә улар. Тап рәссамдар арҡылы хәҙер инде тарихта ҡалған Бөйөк Ватан һуғышы, ваҡыт ҡуласаһын үтеп, беҙҙең күҙ алдына килеп баҫа.
“Быуындар хәтере” күргәҙмәһенә ХХ быуаттың һынлы сәнғәт оҫталары төшөргән 200-ҙән ашыу картина тупланған. Экспозицияла Рәсәйҙең 45 музейынан сәнғәт өлгөләре йыйылған, улар араһында "Третьяковка" дәүләт галереяһы, Рус дәүләт музейы, Өфөлә урынлашҡан М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейынан алынған эштәр ҙә бар.
Күргәҙмә “Һуғыш башланғанда”, “Фронт”, “Тыл һәм оккупация”, “Еңеү”, “Һәләк булғандарға мәңгелек дан”, “Иҫке яралар. 1960-сы йылдар”, “Үткән һуғыш шаңдауы. 1970-1980-се йылдар”, “Йәшәү хаҡына. 1990-2010 йылдар” исемле һигеҙ залға бүленгән.
Теләгән һәр кем был залдарҙың һәр береһендә көн оҙоно А. Дейнеки, П. Корин, А. Пластов, П. Кончаловский, Кукрыниксы һәм башҡа рәссамдарҙың картиналары менән таныша ала, бынан тыш, экранда уларҙың яҙылыу тарихы ла күрһәтелә.
“Быуындар хәтере” күргәҙмәһе 7 ноябргә тиклем эшләйәсәк.
Күргәҙмә һәм картиналар хаҡында тулы мәғлүмәтте тиҙҙән гәзит биттәрендә уҡығыҙ.
Автор фотолары.