Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Матбуғат йорто алдында фотокүргәҙмә эшләй

Баш ҡалала урынлашҡан Матбуғат йорто алдында “Еңеү йөҙҙәре” тип аталған фотокүргәҙмә эшләй башланы. Унда Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән яҡташтарыбыҙҙың фоторәсемдәре урын алған.

Рәсми асыу 2 сентябрҙә, Икенсе Бөтә донъя һуғышы тамамланыуға 75 йыл тулған көндә, булды. Проектты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың иң яҡшы фоторәссамдары менән берлектә ойошторған.

Мәртәбәле ҡунаҡ – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Рәил Әсәҙуллин үҙ сығышында был күргәҙмәнең ҡәһәрле һуғыш һәм үҙ ҡаһарманлыҡтары менән Еңеү көнөн яҡынайтҡан кешеләр хаҡындағы иҫтәлекте һаҡлау өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген билдәләне.

Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов күргәҙмәне ҡуйыр өсөн һайланған урындың символик мәғәнәгә эйә икәнлеген әйтеп үтте.

Быға тиклем күргәҙмә эштәре республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда урынлаштырылғайны. Теләгән кеше килеп күрә алһын өсөн, уны күсмә итергә хәл ителгән. Матбуғат йортонан һуң экспозиция мәҙәниәт йорттарында, юғары уҡыу йорттарында һ.б. урындарҙа ҡуйыласаҡ.

Авторҙар араһында республика матбуғат сараларындағы эштәре буйынса йәмәғәтселеккә яҡшы таныш булғандары ла бар: Вячеслав Стрижевский, Рәйеф Баҙыҡов, Олег Яровиков, Булат Ғәйнетдинов, Андрей Старостин, Николай Постников, Валерий Шахов.

Күргәҙмәгә, автор фотоларынан тыш, шәхси архивтарҙа һаҡланған Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы уникаль һүрәттәр ҙә ҡуйылған.

Теләгән һәр кеше ошо көндәрҙә фотокүргәҙмәне Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13 адресы буйынса килеп ҡарай ала.

Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: