Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бер кем дә онотолорға тейеш түгел

Шайморатов вариҫтары тураһында Балтас районында мәғлүмәт туплана

112-се Башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ тураһында бик аҙ мәғлүмәт тупланған. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығында район тарихына, ата-бабаларының үткәненә битараф булмаған шәхестәр тырышлығы менән бер ни ҡәҙәр мәғлүмәт тупланды. Был эш, әлбиттә, киләсәктә лә дауам итер. Әлегә данлы Башҡорт атлы дивизияһы составында немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышып, фронттан иҫән ҡайтҡан 15, һәләк булған 7 кешенең исеме, бер нисәһенең биографияһы билдәле.

Түбән Һикеяҙ ауылынан Фазыл Фәметдин улы Фәрхетдинов, Ильяс Ғәни улы Ғәниев, Бигелде ауылынан Ғәли Сәйет улы Сәйетов, Текән ауылынан Ғәбиҙулла Дәүләт улы Сафиуллин, Яңы Балтастан Ғәбделәхәт Ғайса улы Ғайсин, Иҫке Балтастан Хәбибрахман Хәйрулла улы Хәйруллин, Ҡомъяҙынан Вәйес Харис улы Харисов һуғыштан иҫән ҡайта. Әммә улар тураһында мәғлүмәт бик аҙ. Көндәшле ауылынан Ғилемгәрәй Гәрәев тураһында мәҡәлә гәзитебеҙ биттәрендә баҫылғайны. Ул — Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Уразай ауылынан Мәүләүи Хажимуллин взвод командиры була, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Юғары Ҡарыш ауылынан Бәләғетдин Әхкәм улы Әхкәмов һуғышҡа ҡәҙәр Ҡарыш МТС-ында комбайнсы булып эшләй. Ҡыҙыл Армия сафынан 1946 йылда ғына ҡайта. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Сталинградты һаҡлаған өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. 1970 йылға тиклем комбайнсы булып эшләй, һәр йылды алдынғылар рәтендә була. Һәйтәк ауылынан Ғилмулла Саяпов һуғышҡа тиклем Балтас МТС-ында механизатор булып эшләй, шул уҡ ваҡытта механизаторҙар курсында уҡыта. “Бронь” булыуына ҡарамаҫтан, коммунист Ғилмулла Саяпов 1942 йылда үҙе теләп фронтҡа китә. Кавалерист ауыр яралана, контузия ала. Тыуған еренә 1944 йылда 2-се төркөм инвалиды булып ҡайта. Тормош иптәше Хәмиҙә Хәлиулла ҡыҙы менән ете балаға ғүмер бирәләр, уларҙың нәҫелен 16 ейән-ейәнсәре, 23 бүлә-бүләсәре дауам итә. Ғилмулла Саяф улы латинса, ғәрәпсә белгән, Ҡөрьән китабын тәржемә итеп уҡыған. 94 йәшендә донъя ҡуя.
Түбән Ҡарыш ауылында йәшәүселәр 112-се Башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт иткән Мәүләүи Хәмәтғәли улы Ғөзәйеров менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Ул һуғышҡа ҡәҙәр Хабаровск крайында хеҙмәт итә. Һуғышсан юлы Брянск янында башлана. Асыҡлыҡта барған көслө алыштарҙа совет һалдаттары дошмандың ике самолетын атып төшөрә. Мәүләүи Ғөзәйеров ҡаты яралана, контузия ала, аңын юғалта. Һәләк булған һалдаттарҙы бер ҡәбергә күмгәндә аңына килеп, саҡ иҫән ҡала. Госпиталдә дауаланғандан һуң тағы һуғышҡа инә. 1943 йылдың февралендә ҡабаттан яраланып, госпиталдә ята, 2-се төркөм инвалид булып тыуған ауылына ҡайта. Хәрби миҙалдар менән бүләкләнгән. Тормош иптәше Йәннәт апай менән улар комбайнда эшләй, унан Мәүләүи Хәмәтғәли улы оҙаҡ йылдар пилорамасы, тирмәнсе була.
Боғҙан ауылынан Ғәни Ғафар улы Ғафаров йәштән үк хәрби һөнәр һайлай. Мәскәү өсөн барған алыштарҙың нәҡ ҡыҙыу мәлендә уны Өфөгә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын ойошторорға ебәрәләр. Апрелдә дивизия поезд менән фронтҡа оҙатыла. 1942 йылдың 2 июлендә уның хәрби тарихы башлана: Воронеж янында алыштар, Сталинград өсөн һуғыш. Чир йылғаһын кискәндә 1942 йылдың 25 декабрендә 313-сө полктың Ғәни Ғафаров етәкселегендәге эскадроны дошман самолеттарының ҡаты утына эләгә. Нож ҡушаматлы аты үлеп ҡала, Ғәни Ғафаровтың ике аяғы ла яралана. Фронт янындағы госпиталдә мина ярсыҡтарын, тетелгән һөйәктәрҙе хәрбиҙең аяғынан сүпләп алалар. Икенсе операция Өфөлә эшләнә.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғәни Ғафар улының бер аяғы ҡыҫҡараҡ ҡалып төҙәлә. Ул яңынан сафҡа баҫа алмай. Һуғыш ваҡытында Ишембай ҡалаһында эшләй, артабан Салауат ҡалаһында эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итә. Тыуған ауылына йыш ҡайта, ауылдаштары уны киң яурынлы, таҙа, асыҡ йөҙлө кеше итеп иҫтә ҡалдыра. Легендар дивизияла хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙың тормош юлы төрлө–төрлө. 1942 йылдың 19 ноябренән Миңлеғәле Шайморатовтың адъютанты булып хеҙмәт иткән Закир Вафин, мәҫәлән, яраланып ҡайтҡас, 1944-1945 йылдарҙа Юғары Ҡарыш урта мәктәбендә директор булып эшләй, унан һуң йылдар дауамында Балтас район мәғариф бүлеген етәкләй. Һәйтәк ауылынан Исмәғзам Нуриәхмәтов һуғыштан һуң хеҙмәт юлын туған мәктәбенә бағышлай. Яҙмыштары төрлө булһа ла, иҫән ҡайтыусыларҙы ғүмерҙәренең һәр көнөнөң ҡәҙерен белеп, тулы ҡанлы тормош менән йәшәү берләштерә. Ут эсенән ҡайтҡан һалдаттарҙың күпселеге ғаилә ҡороп 6-7-шәр бала үҫтерә, колхоз баҫыуҙарында фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәтә, алдынғылар рәтендә була, һуғыш емергән илде тергеҙеүгә бар көсөн һала.
Тыуған еребеҙ азатлығы өсөн ғүмерен биреп, мәңгелеккә яу ҡырында ятып ҡалған һалдаттар араһында яҡташтарыбыҙ — гвардия лейтенанты, взвод командиры Шәли (Шәмси) Вәлимөхәмәт улы Вәлимөхәмәтов (Көндәшле ауылынан, 1943 йылда һәләк була), гвардия рядовойҙары: ҡылыссы Хәким Ғиззетдин улы Вәлитов (Насар ауылынан, 1944 йылда һәләк була), тимерсе Ғилмулла Дәүләт улы Дәүләтов (1943 йылда хәбәрһеҙ юғала), Хәлим Сәлих улы Сәлихов (Уразай ауылынан, 1943 йылда хәбәрһеҙ юғала), гвардия лейтенанты, взвод командиры Шәми Рәшмөхәмәтов (1943 йылда һәләк була), Зиннәтулла Исхаҡ улы Исхаҡов (Нөркә ауылынан) һәм мәҡәлә геройы Кәрим Зыятдинов бар.

Кәрим Зыятдин улы Зыятдинов 1904 йылдың 15 июнендә Ҡомъяҙы ауылында тыуа. Атаһы бик иртә донъя ҡуя, Кәримде әсәһе тәрбиәләп үҫтерә. 1931 йылда ул Нурйыһан исемле ҡыҙға өйләнә, бер йылдан улар күмәк хужалыҡҡа ағза булып инә. Колхоз тормошона әүҙем ҡушылған ир-егет тиҙҙән баҫыусылар бригадаһын етәкләй, ә 1937 йылда Илекәй ауылында ойошҡан “Осҡон” колхозына рәйес итеп һайлана. Бөйөк Ватан һуғышы башланғансы Штәнде ауыл Советы рәйесе булып, унан Тәтешле районы урман хужалығында эшләп өлгөрә.
Кәрим Зыятдинов 1941 йылдың 9 декабрендә үҙе теләп Өфөлә ойошторолған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына хеҙмәт итергә китә. Уны 275-се полкка пулеметсы итеп тәғәйенләйҙәр. Тыуған ауылында Кәримде һөйөклө ҡатыны Нурйыһан ике улы менән көтөп ҡала.
1942 йылда Сталинград янында Блиновский ауылынан йыраҡ түгел барған алыштарҙа күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Кәрим Зыятдиновты 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләргә ҡарар итәләр. Был турала 1969 йылғы “Ағиҙел” журналының 8-се һанында баҫылған полк комиссары Сәғит Әлибаевтың көндәлегенән уҡып белә Кәрим Зыятдиновтың ғаиләһе.
Кәрим Зыятдинов Коммунистар партияһы сафына инеү тураһында ғариза яҙа. Ғаризанан өҙөк 1942 йылғы “Ҡыҙыл атлылар” исемле дивизия гәзитенең 97-се һанында баҫыла. Партияға ингәндән һуң Зыятдиновты рота парторгы итеп ҡуялар. Дивизия гәзитенең 109-сы һанында ул “Батыр агитатор” тип исемләнгән мәҡәләһен баҫтырған.
1943 йылдың 8 февралендә Дебальцев рейды башлана. Дивизия дошман тылына йүнәлә. 15 көн дауамында ҡанҡойош алыштар бара. Дислокация урынына ҡайтырға сыҡҡас, 2-се корпустың 15-се дивизияһы һуғышсылары менән осрашалар. Уларҙың командиры, генерал-майор Челенко менән берлектә алға 20 кешенән торған разведка төркөмө ебәрергә ҡарар ҡабул ителә. 15-се дивизиянан лейтенант Петр Сухарев етәкләгән разведка төркөмөндә яҡташыбыҙ Кәрим Зыятдинов та була. Разведкаға китеүселәргә әйләнеп ҡайтырға насип булмай... 1943 йылдың 23 февралендә улар батырҙарса һәләк була.
1981 йылдың 19 майында сыҡҡан “Правда” гәзитендә разведчиктар ерләнгән урын табылыуы тураһында мәҡәлә баҫыла. Уларҙы Ворошиловград — Красный луч шоссеһының 121-се километрына күсереп ерләйҙәр, мрамор плитәләргә исемдәрен яҙалар. Кәрим Зыятдинов ҡәберенең ҡайҙалығын улы Афған (ул ваҡытта Совет армияһы майоры) һәм ейәне Салауат (ул ваҡытта Киев ҡалаһы хәрби училищеһы курсанты) 1982 йылда таба. Афған Кәрим улы ПВО ғәскәрҙәре Киев юғары инженер-радиотехник училищеһын 1958 йылда тамамлаһа, Салауат Афған улы бирелә 1979-1984 йылдарҙа хәрби һөнәр ала. Әлеге көндә Кәрим Зыятдиновтың вариҫтары Курск ҡалаһында йәшәй.
Кәрим Зыятдин улы йырларға яратҡан, үҙе куплеттар уйлап сығарып башҡарған. Ғаилә архивында уның 1942 йылдың 1 сентябрендә, дивизия Олым йылғаһы буйында Курск ҡалаһы өсөн көрәшкәндә яҙылған хаты оҙаҡ йылдар һаҡланған. Хат тулыһы менән шиғырҙан тора. Унда ул ваҡытта майор званиеһында булған Таһир Кусимов тураһында ла юлдар бар. Хәҙер инде хат Красный луч ҡалаһының “Подвиг” клубы архивына бирелгән, сөнки разведчиктар ҡәберен нәҡ улар эҙләп тапҡан.
Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составында ҡатнашҡан, дошманға ҡаршы ҡаһармандарса көрәшкән яҡташтарыбыҙ тураһында был әлегә башланғыс мәғлүмәт. Уларҙы йыйыуҙа тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә тос өлөш индергән Хәнис Хажимов, ауыл китапханасылары, тарихсылары булышты. Хаталар ҙа булырға мөмкин, ни тиһәң дә, 75 йылдан артыҡ ваҡыт үткән. Әммә был мәғлүмәт бик ҡәҙерле, мин уның киләсәктә тағы ла тулыланыуына өмөтөмдө юғалтмайым.


Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Читайте нас: