Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор

Ғорурланабыҙ, шатланабыҙ!

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, легендар шәхес, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелеүе айҡанлы, педагогия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов үҙ фекерен белдерҙе:

– Халҡыбыҙҙа “Батыр үлһә лә, уның даны ҡала” тигән әйтем бар. Нисә йылдар беҙ Миңлеғәле Шайморатов миҫалында, уның батырлығы өлгөһөндә үҫеп килгән быуындарҙы тәрбиәләнек. Тик бер нәмә күңелде ҡыра ине: нисек инде шул тиклем батырлыҡ ҡылған кеше рәсми рәүештә батыр тип танылмаған? Бөгөн күңелебеҙ күктәрҙә йөҙә, сөнки халҡыбыҙҙың сая, батыр улы, генерал Миңлеғәле Шайморатов – Герой! Минең уйымса, был Указ менән Рәсәй Президенты меңдәрҙең баhалап бөтөрмәгән данлы яҙмышына ҙур ҙа, бик кәрәкле лә бер билдә ҡуйҙы.
Былар бөтәhе лә илhөйәрлек тәрбиәләү эшенә оло этәргес буласаҡ. Балаларҙың ғына түгел, ололарҙың да башын юғары күтәрә торған аҙым был! Ғорурланабыҙ, шатланабыҙ, барыбыҙҙы ла ҡотлайым!
Ошондай батырҙары булған ил бөтә афәттәрҙе лә еңеп сығасаҡ!

Фото: bashinform.ru

Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/orurlanabi--shatlanabi-193369/
Читайте нас