

– Генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итер алдынан Рәсәй Геройы исеме бирелеү – фронттағы һәм тылдағы Башҡортостан халҡының Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн баһалау, тип ҡабул итәм. Тыуған иле өсөн яуҙа ғүмере өҙөлгән һәм шулай уҡ һәр билдәһеҙ һалдаттың рухына бағышлана был награда.
Тарихи дөрөҫлөк тантанаһы был! Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген, илдең киләсәге өмөтлө икәнен күрһәтә.
Фото М. Зөлҡәрнәевтең шәхси архивынан.
https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/Front--m-til-a-armandarina-nagrada-bil-193302/