

Һуғыш-үлем, еңеү-йәшәү… Был һүҙҙәр Ер йөҙөндәге бар халыҡҡа ла берҙәй үк аңлашыла, шуға ла 9 Май кешелек өсөн ғүмерҙең яңы һулыш алған көнө тип һанала.
Бөгөнгөләй күҙ алдымда: Зөлфиә Фәтхлислам ҡыҙы Хәлиуллина (Исламова) был көнгә йыл һайын ентекләп әҙерләнә торғайны: орден-миҙалдарын барлай, кейемен матурлай, ҡот осҡос ауыр юғалтыуҙарҙы уйлап мөлдөрәп аҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп-һөртөп ала. Йыл да көтөп алған тантана булһа ла, ветерандың йөрәге барыбер әрней, ҡыуанысҡа әсе тойғо ҡушыла. Балтас районы Илекәй ауылында тыуып-үҫеп, Нөркә ауылында ғүмер кисергән туғанымдың һөйләгән иҫтәлектәрен әле булһа күңел түремдә ҡәҙерләп һаҡлайым.
Ул йәшәгән йорттоң баҡса артында ғына Нөркә ауылының “Прием” тауы күренә. Ошонда Салауат Юлаевтың өс меңлек ғәскәренең һуңғы яуы үткән. Тау башында герой истәлегенә ҡуйылған таш алыҫтан булһа ла күренеп тора. Тыуған ер, халҡыбыҙ ул заманда ла ҡан ҡойған...
Зөлфиә ике йәшенән атайһыҙ ҡалып үҫһә лә, үҙен бәхетһеҙ һанамай. Әсәһе Хәҙисә апай бик зирәк аҡыллы була, ҡулынан килмәгән эше булмай. Колхоз эшендә ал-ял белмәйенсә эшләүенә ҡарамаҫтан, аяҡ машинаһы менән һырылған салбар, күлдәк теккән. Шул арҡала балаларын ас-яланғас итмәгән.
Бер көн килеп тыныс тормош юҡҡа сыға. Яҙгы эштәр тамамланғас уҙҙырылған йәмле Һабантуй байрамы һуғыш башланған көнгә тура килә. Ошо шомло хәбәр комсомолка Зөлфиәнең генә түгел, майҙанға йыйылған бар халыҡтың да йөрәген телә. Йәше-ҡартына күктән ҡайғы-хәсрәт яуған кеүек тойола.
…Йәйге эҫе көн. Тупраҡ та хатта ҡайнар, ялан аяҡ тәпәйҙәр бешерлек. Ағас бағана башына ҡуйылған радионан көн һайын ир кеше тауышы яңғырай. Халыҡ йыйылып тыңлай. Илашалар. Ир-аттар ултырған арба, тарантасҡа егелгән аттар... Имсәк балаһын күкрәгенә ҡыҫып арбаға йәбешкән ҡатындар…Ошондай ҡыҙғаныс күренештәрҙе йыш иҫкә ала ине Зөлфиә апай.
Һуғыш башланып, бер нисә көн үтеүгә, Зөлфиәнең яңы ғына армия сафында радистар часында хеҙмәт итеп ҡайтҡан ағаһын фронтҡа оҙаталар. Хәҙисә апай улының әле бер, әле икенсе яғына сығып, ғәзизкәйенә йөрәк түренән сыҡҡан иң кәрәкле өгөт-нәсихәттәрен әйтә-әйтә бара ла, тораташтай баҫып тороп ҡала. Шул китеүҙән улы кире әйләнеп ҡайтмай…
Баштараҡ һирәк булһа ла хаттары килеп тора. Бына береһендә: “…Яҡын дуҫымды юғалттым. Был хәлгә һис күнегеп булмай. Еңеп ҡайтыуҙы теләп тороғоҙ”, — тип яҙа ул. Күп тә үтмәй: “Үҙегеҙ иҫән-һау булығыҙ. Оҙаҡламай дошман тылына керәбеҙ. Ҡалғанын үҙегеҙ аңлағыҙ. Үҙемдең иҫән ҡалырыма өмөт юҡ, изге доғағыҙҙан ташламағыҙ”, — тигән хаты килә Нурулла Фәтхлислам улы Исламовтың.
Һуңыраҡ “похоронка” килә… Көслө рухлы, сабыр Хәҙисә апай беренсе тапҡыр һығылып илай. Юҡ, юҡ, дөрөҫ түгелдер! Ҡалдырып киткән ризығы бар бит улының. Иртән торһа — көтә, кис ятһа – көтә. Һуғыштан ҡайтҡандарҙы уға оҡшатып тертләп ҡуя. “Улым!” — тип ҡулын һуҙған мәлдәре була. Түр яҡ стенала торған һүрәт менән һөйләшкән көндәре торған һайын йышая бара. Улының ҡәбере юҡлығын башына һыйҙыра алмай әсә. Ғүмере буйы көтә…
Бәләкәйҙән әсәһенә терәк-таяныс булған, бигерәк атаһын хәтерләткән Зөлфиәһен һуғышҡа оҙатыу айырыуса ауыр була әсәгә. Ҡайһы арала төпсөгө сибәрлеге, саялығы менән күптәрҙең башын әйләндерерлек булып буй еткән һуң әле?!
Һуғыш башланғанда Зөлфиә халыҡты социаль хеҙмәтләндереү бүлегендә эшләп йөрөгән була. Комсорг булараҡ, үҙ теләге менән 1942 йылда хәрби комиссариатҡа бара, һуғышҡа алыуҙарын һорай.
(Башы. Аҙағы 8-се биттә).
(Аҙағы. Башы 3-сө биттә).
Уның теләген кире ҡаҡмайҙар. Әсәһенә: "Һуғышҡа барыуҙы һорайҙар. Риза булырмындыр, ахыры...”, — ти. Һуңғы һөйләмен ул былай ғына әйтә. Мәсьәлә хәл ителгән була. Шулай итеп, 19 йәшендә Зөлфиә ағаһы артынан Бөйөк Ватан һуғышына китә. Балтас районынан яуға киткән 90 ҡатын-ҡыҙҙың береһе була ул.
“Борсолма, әсәйем, мин ҡайтырмын, тормошобоҙ яҡшырыр. Һаулығыңды һаҡла”, — тип кенә әйтә ала. Ҡуҙғалып киткәс: “Әсәкәйем, фатихаңдан ташлама”, — тип үкһеп-үкһеп илай. Айырылышыу икеһе өсөн дә ғазаплы була.
Тәүҙә йәш ҡыҙҙы һуғыш серҙәренә төшөнөр өсөн уҡырға ебәрәләр. Таңдан алып кискә тиклем устав ятлау, тәртип ҡағиҙәләре, дөрөҫ итеп үҙебеҙҙең һәм дошман самолеттарын танырға һәм башҡаларға өйрәтәләр.
…Бына вагондар көнбайышҡа ашыға. Унда һалдат ҡыҙҙарҙы ниҙәр көтә? Күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Һәр хәлдә, яҡын урындарҙа ҡаты алыштар барғаны тойола.
Күп тә үтмәй Зөлфиә прожекторсы булып хеҙмәт итә башлай. Украина, Румыния, Болгарияны дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Ә Сталинград өсөн барған көрәш һуңынан ғүмере буйы төшөнә инеп яфалай. “Сталинград янындағы алыш илебеҙгә бик ҡиммәткә төштө шул”, — тип хәтирәләрен яңыртып, миллиондан артыҡ юғалтыуҙар өсөн көрһөнөп ҡуйыр ине Зөлфиә Фәтхлислам ҡыҙы. “Волга аша икенсе яҡ ярға сыҡҡанда немецтар бер туҡтауһыҙ бомбаға тотто, йылға һыуы һалдаттарҙың ҡанынан ҡыҙыл төҫкә ингәйне”, — тигән һүҙҙәре бөгөнгөләй ҡолаҡ төбөндә яңғырай.
Ниҙәр генә күрмәй ҙә, ниҙәр генә кисермәй уның башҡайҙары, күргән-белгәндәре үҙе бер китап булырлыҡ.
“Был көндө һис онотасағым юҡ, — тип бер осрашыуҙы иҫкә алыр ине. — Өлкән лейтенант прожекторсы ҡыҙҙарҙы йыйып, фронттағы хәлдәр менән таныштырғандан һуң таралышҡанда беҙҙең телдә һөйләшкән ирҙәр тауышын ишетеп ҡалдым. Егеттәр беҙҙе күреп, шаяртып, руссалатып:
“Первым делом, первым делом самолеты,
Ну а вот девушки, а девушки потом”, — тип йыр һуҙып ебәрҙе. Күтәрелеп ҡараһам, ни күҙем менән күрәйем, ҡаршымда шинель кейгән Иҫке Балтас егете, әсәйемдең ике туғаны — Хәмзә ағайым баҫып тора. “Әллә зиһенем бутала инде”,— тип уйларға ғына өлгөрҙөм, аяҡтарым ҡамырға әйләнгән кеүек булды. Ҡойолоп төшкәнемде һиҙеп, тиҙ генә барып ултырҙым. Күрештек, китте хәл-әхүәл һорашыу, ҡыуанышыу. Ниндәй хәрби йөкләмә менән йөрөгәндер, мәгәр: ”Һеңлем, ныҡ бул! Киләһе осрашыу тыуған яҡтың Танып йылғаһы буйҙарында була күрһен”, — тип йәшәүгә ышаныс уятып, ерҙәге сумкаһын эйелеп алды ла, артына ла боролоп ҡарамайынса, тиҙ-тиҙ атлап китеп барҙы”.
Күп тапҡырҙар үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә Зөлфиә Фәтхлислам ҡыҙына.
Хәтерендә тәрән уйылып ҡалған көслө бәрелештәрҙе беренсе тапҡыр һөйләгән кеүек ҡабатлар ҙа ҡабатлар ине. “Һуғыштың алғы һыҙығында өс тәүлек булдыҡ, 700 немец һалдатын әҫирлеккә алдыҡ”, — ти.
Зөлфиә апай үҙе һөйләй, үҙе бер нөктәгә төбәлгән килеш күҙ алдына килтереп: “Волганы кискәндә баржа өҫтөнә бомба эләкте. Юнысҡыға әйләнгән баржадағылар ҡырыла. Эргәмдәге лейтенант Александр Олейников, үҙе ауыр яраланыуға ҡарамаҫтан, мине йылғаға алып ташланы, һалып өлгөрмәгән кирза итегем мине йылға төбөнә һөйрәй башлағас, күреп ҡалып, лейтенант ҡотҡарыу түңәрәге ырғытты. Ни ҡыҙғаныс, үҙе һәләк булды. Эй, балалар, ошо рус егете Сашаға ғүмерем буйы доға ҡылдым, уның изгелегенә рәхмәт уҡып йәшәнем”, — тип ауыр һулап ҡуя ине.
“Атыштар туҡталып торған арала землянкала киләсәк тураһында хыялланып алырға ла ваҡыт таба инек. Бер мәлде айҙар буйы өҙлөкһөҙ ямғырҙарҙан һуң манма һыуға батып күшеккән ваҡыт:
— Хоҙайҙан яҙған булып ғүмеркәйем өҙөлмәй ҡалһа, күреп тороғоҙ, күп балалы әсә булырмын әле, — тимен ҡыҙҙарға.
— Сабыр иткән — мораҙына еткән, тиҙәр бит. Киләсәктә бәхет тигән аҫыл ҡош беҙҙең өсөн дә һайрар әле, — тип миңә ҡушыла яуҙашым.
— Һин, Зуля, хыял диңгеҙендә бик тәрән йөҙәһең тағы. Ошо тиклем ауыр техника һөйрәп, теҙҙән һаҙ кисеп, бурандарҙа туңып, өҫтәүенә, әсәй булам тиһең. Ай-һай… — тип ҡуя янымдагы бер егет.
Бер көн төшөмдә ҡайын утын киҫкәнде күрҙем. “Хәйерлегә булһын, ҡайын ҡайғы килтерә тиҙәр”, — тип икенсе бер әхирәтем ҡушылды.
Һәр ваҡыттағыса, өҙмәй торайыҡ әле өмөттәребеҙҙе. Бөтә кешегә лә һәләк булырға тимәгән. Кемдәрҙер аҙағына тиклем барып етергә, еңеү килтерергә тейеш бит, — тип әйтергә өлгөрмәнем, һауала самолеттар тауышы ишетелә башланы.
Бомба, снаряд шартлауынан ер һелкенә тиерһең. Ҡолак бер нәмә лә ишетмәй. Ҡабат үлем, ҡырылыш. Бына һиңә бер минутлыҡ хискә бирелеү…”
Әсәһенең ҡан баҫымы күтәрелеп китеүҙән ҡурҡып, һүҙҙе икенсегә борорға тырышҡан ҡыҙына Зөлфиә апай бер аҙ үпкәләп: “Балам, немец бик көслө ине шул, ерҙә генә түгел һауала ла һуғыш барҙы”, — тип кенә өҫтәп ҡуя алды.
Еңеү килде, тигәс тә әле тиҙ генә демобилизация башланмай. Совет һалдаттары, шул иҫәптән Зөлфиә лә, 1945 йылдың майында көнсығышҡа ҡарай юл ала.
Тыуған яҡтарына дүрт йыл да ете ай үткәс, 1946 йылдың октябрендә генә, түшенә миҙалдар тағып, ыҫпай һалдат кейемендә имен-аман ҡайтып төшә Зөлфиә. Бына уның алып ҡайтҡан күп һанлы Почет грамоталары. Йылдар уҙыуҙан һарғайған улар. Әммә шуныһы ғәжәп: яҙыуҙары һис иҫкермәгән. Һүҙ араһында ҡыйыуһыҙ ғына: “Был грамоталар һирәк кешеләргә бирелде”, — тигән һүҙҙәренең мәғәнәһе хәҙер генә аңлашыла. Ысынлап та, ҙур полководецтар имзаһы ҡуйылған шул уларға. Ә бына былары — Советтар Союзының баш командующийы И.В. Сталин тарафынан йыл һайын (1944-тә хатта икәү) бирелгән Рәхмәт хаттары. Яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Һуғышсан ҡаҙаныштары өсөн”, “Сталинградты обороналаған өсөн”, “Жуков миҙалы”, “Германияны еңгән өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә. 1985 йылдың 6 апрелендә Ватан һуғышы ордены һуңлап булһа ла лайыҡлы хужаһының күкрәгенә ҡаҙала...
Ошоларға өҫтәп Хоҙай Зөлфиә Фәтхлислам ҡыҙына ысын ҡатын-ҡыҙ бәхете лә биргән. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа үҙе кеүек фронтовик Мәғзүм ағайға кейәүгә сығып, бик матур тормошта өс ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Табип, инженер, уҡытыусы һөнәрҙәре ала улар. Ауылда мал, ҡош-ҡорт аҫрап, бал ҡорттары үрсетеп етеш тормошта йәшәйҙәр. Мәғзүменең гармун моңдарына ҡушылып таҡмаҡтарын йырлай башлаһа сәғәттәр ҙә етмәҫ ине. Саф хистәр менән янып, ҡушылып, мөхәббәтле, бәхетле ғүмер кисергән пар улар.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, етеҙ хәрәкәтле, көр тауышлы, үткер күҙле, шаян һүҙле һәм ҡыйыу Мәғзүм ағайҙың да ҡулынан килмәгән эше юҡ ине. Оҫта тимерсенең даны тирә-яҡҡа таралған була.
Зөлфиә Фәтхлислам ҡыҙының ҙур белеме булмаһа ла, абруйлы, әҙәпле ине. Ауылдаштары уны ҡартайғансы ауыл Советы депутаты итеп һайланы. Оло йәшенә ҡарамаҫтан, гәзиттәр алдырҙы, донъя яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып торҙо. Йәштәр менән йәштәрсә шаярып-көлөп, баҫҡан ерендә бейеп кенә тора ине ул. Шул уҡ ваҡытта биш намаҙын ҡалдырмайынса, дини ғәмәлдәрен үтәп йәшәгән кеше булды. Һуғыштан һуң мәктәп ашханаһында эшләгән йылдарында етем бер ҡыҙ баланы йәлләп үҙҙәренә алып ҡайта. Тормош иптәше: “Алтынсыһы ла артыҡ булмаҫ, дөрөҫ эшләгәнһең”, — тип ҡатынын хуплай.
Үҙ алдына һөйләнеп, әҙ-мәҙ рифмалаштырып:
”Юк!
Һуғышта ятып ҡалһын өсөн,
Ҡул-аяҡһыҙ ғәрип булһын өсөн
Тапмайҙар бит әсәләр балаларын”, — тип тә өҫтәп ҡуйыр ине.
Илебеҙ таралып тарихҡа оҙатылғанды ла ауыр кисерҙе ул. Нимә генә тиһәң дә, улар шул Сталин етәкләгән Советтар Союзын яҡлап һуғышты бит...
Шөкөр, Зөлфиә Фәтхлислам ҡыҙына Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын ҡаршыларға яҙҙы. Был ҙур ҡыуаныс бит. Шул тиклем ут-һыу кисеп, һуғыш юлдары буйлап меңдәрсә километр юл үтеп, сит илдәрҙе гиҙеп сыҡ та, оҙаҡ йылдар тыныслыҡта ғүмер ит. Әлбиттә, бәхетле ҡартлыҡ был. Оло бәхет нигеҙендә сабыр холоҡ, саф намыҫ, киң күңеллелек, айыҡ аҡыл, рух ныҡлығы һәм тормоштан йәм табып, балаларын тик яҡшылыҡҡа өндәп йәшәү булғандыр.
“Оло бәхетле кеше булған икән үҙе лә, тип уйлап ҡуям”, — ти бөгөн әсәһенең һүрәтенә һоҡланып ҡарап торған ҡыҙы Нәдиә.
Ысынлап та, матурлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө булған ул! Зөлфиә Фәтхлислам ҡыҙы был һүҙҙәргә лайыҡ тормош юлы үтте. Ауыр тупрағы еңел, урыны йәннәттә булһын!
Автор: Зилә Сәйетова.
Иҫке Балтас ауылы.