

Донъяның 27 иленән 15 мең кеше ҡатнашҡан был конкурс мәктәп уҡыусыларына патриотик тәрбиә биреүгә һәм уҡытыу буйынса яңы алымдар һәм практикалар эшләүгә, мәғариф йөкмәткеһен яңыртыу буйынса ижади эшмәкәрлекте үҫтереүгә, мәктәп педагогик хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығын арттырыуға йүнәлтелгән. Уның маҡсаты: Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү тураһында хәтерҙе мәңгеләштереү, тарихи белемде арттырыу һәм йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү. Гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Муллағәлиева унда “Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһы. Бер составлы һөйләмдәр” тигән темаға дәрес эшләнмәһен һәм презентация ебәргән. Поэманың яҙылыуы уҡ 1942-1944 йылдарға тура килеүе, геройҙарының башҡорт халҡының батырлығын, илһөйәрлеген, тәүәккәллеген сағылдырыуы — туған тел дәресенең асылын асып бирә.
Конкурс 11 номинацияла ойошторолған. Ләйсән Ришат ҡыҙы “Туған тел дәрестәре” номинацияһында өс финалсының береһе. 30 мартта Мәскәүгә юлланасаҡ. Ул ошо дәрес темаһы буйынса асыҡ дәрес күрһәтәсәк. Талантлы уҡытыусы Мәскәүҙә лә һынатмаҫ.
Автор; Венера Арысланова.