

Сморт-фестиваль район Мәҙәниәт йортонда старт алды. Был көндө “Мәңгелек ут” капсулаһын Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Заһит Әхтәриев Баҙраҡ ауыл биләмәһе башлығы Илдус Мидатовҡа тапшырҙы. “Илдә һуғыш булмаһын, киләсәк быуын тыныслыҡта һәм именлектә йәшәһен”, — тине утты-һыуҙы кискән яугир. Ветерандың ошо һүҙҙәре барлыҡ ауыл биләмәләрендә үткән сығыштарҙың эпиграфына әйләнде: һәр сығыш, һәр тамаша тыныслыҡҡа мәдхиә йырлау, һуғышҡа нәфрәт белдереү булараҡ яңғыраны.
Барлыҡ ауыл биләмәләре лә фестивалгә ныҡлы әҙерләнгән. Һәр ҡайһыһында тиерлек театрлаштырылған тамашалар күрһәтелде.
Ҡайынлыҡ ауыл биләмәһендә “Еңеү көнө балалар күҙлегенән” тип аталған һүрәттәр күргәҙмәһе илгә тыныслыҡ теләне. Шулай уҡ ошо ауыл биләмәһенә ҡараған Бигәнәй ауылында Советтар Союзы Геройы Сәхип Майский бюсына сәскәләр һалынды. Таңатарҙар һуғыш башланғандың беренсе көнөнән алып, Бөйөк Еңеүгә ҡәҙәр тасуирланған тамаша күрһәтте.
Һәр ауыл биләмәһендә һуғыш яланында тыуған ил азатлығы өсөн баштарын һалғандар һәм Бөйөк Еңеү менән ҡайтҡандар данланды. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған икәнлеге йәнә бер тапҡыр иҫбатланды.
Венера Арысланова.