

“75 яҡшы эш” акцияһы сиктәрендә башҡарылған эштәр тураһында мәктәп директоры урынбаҫары Алһыу Фәрәхова һөйләне.
- “75 яҡшы эш” акцияһы сиктәрендә ғинуар-февраль айҙарында күп сара үткәрелде. Ата-әсәләр менән бергә “Атай, әсәй һәм мин – спорт яратыусылар” конкурсы менән башлап ебәрҙек. Артабан 10-11-се класс егеттәре һәм ауыл йәштәре йыйылма командаһы араһында волейбол ярышы булды. Һәр класта “Ҡыйыулыҡ дәрестәре” үткәрелде. Уҡыусыларыбыҙ фәнни-тикшеренеү эштәре буйынса район конференцияларында һәм “Афғанстан - йөрәк һулышымда” һүрәттәр конкурсында ҡатнашып, призлы урындар алды. Патриотик йырҙар смотр-конкурсы ла бик йәнле үтте.
Ҡарткиҫәк ауылының мәргән уҡсылары менән осрашыу ҙа бик фәһемле, ҡыҙыҡлы. мауыҡтырғыс булды. Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса төшөрөлгән “Һеңлекәш” фильмын ҡарау бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Бала сағы һуғыш осорона тура килгән ауыл малайҙары, һуғыш тартып алған бала саҡ бәхете, кешеләрҙең изгелеге тураһындағы был фильмды барыһы ла тын ҡалып, күҙ йәштәре аша ҡараны. Артабан фильм буйынса бик йәнле фекер алышыу булды. Шулай уҡ, тематика буйынса китаптар күргәҙмәһе әҙерләнде, һүрәттәр конкурсы ла ойошторолдо. Алда саралар дауам итәсәк. “Үлемһеҙ полк”та ҡатнашыу өсөн яугир олатайҙар, ҡарт олатайҙар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе һәм фотоларҙы яңыртыу эштәре башланды. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын Солтанбәк мәктәбе коллективы шатланып һәм ғорурланып ҡаршы алыу өсөн әүҙем эш алып бара.
Наилә Имаева.