Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күренекле яҡташыбыҙҙы оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы, Башҡортостан Республикаһының Ғ. Сәләм премияһы лауреаты, СССР Рәссамдар союзы ағзаһы Федор Александрович Кащеевҡа 85 йәш тула.

Федор Александрович 1934 йылдың 6 декабрендә Асҡын районының Асҡын ауылында тыуа. Бала саҡтан тыуған тәбиғәтенә, тауҙарына, йылға- күлдәренә ғашиҡ үҫмер башҡорт малайҙары менән бергә аралашып үҫә.16 йәшендә Өфө театр- сәнғәт училищеһына уҡырға инә һәм данлыҡлы рәссам А.Э. Тюлькинда һынлы сәнғәт серҙәренә өйрәнә. Хатта тәнәфескә лә сыҡмай остазы менән ныҡышмалы шөғөлләнә,-тип иҫләй уның йәштәштәре. А.Э.Тюлькин Федорҙың ижадының формалашыуына ҙур йоғонто яһай. Үҙенсәлекле милли колорит менән һуғарылған әҫәрҙәрендә үткәндең һәм бөгөнгөнөң күсәгилешлеге һынландырыла. Был турала «Бабай», «Башҡорт балы», «Башҡорт ҡымыҙы», «Ҡымыҙсы» кеүек картиналары һөйләй. «Бабай» картинаһы иң тәүге күренекле әҫәрҙәренең береһе. Ә бына «Башҡорт ҡымыҙы» картинаһы өсөн Федор Александрович Кащеев Фәндәр академияһының дипломына һәм Республикабыҙҙың Ғәлимов Сәләм премияһына лайыҡ була. Картина Польшала, Болгарияла, Венгрияла ҙур уңыш ҡаҙана. Күргәҙмәләрҙә был картина янынан халыҡ өҙөлмәй,уға ҡарата иң юғары маҡтау һүҙҙәре ишетелә. Тап Ф.А Кащеевтың был хеҙмәте башҡа рәссамдарҙа милли колоритты үҫтереүгә ҙур этәргес булып тора. «Ҡымыҙсы»(1994й.) тигән картинаһы төшөрөлгәс, ваҡытлы матбуғатта: «Республикабыҙ һынлы сәнғәт тарихында иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе – сағыу, үҙенсәлекле милли рәссам Федор Кащеевтың башҡорт халҡы тураһында картиналары», - тип яҙалар.
Фёдор Кащеев бер нисә йыл буйы тыуған училищеһында уҡыта.
СССР Рәссамдар союзы ағзаһы (1960). 60-сы йылдар аҙағында Рәссамдар союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе итеп һайлана, СССР Рәссамдар союзы идараһы ағзаһы була.
Рәссам эштәренең төп тупланмаһы Өфөлә Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейында һаҡлана. Ҡайһы бер әҙәрҙәре — Петропавловск-Камчатский, Абакан, Красноярск һәм Ижевск музейҙарында[1].
Әлеге ваҡытта Фёдор Александрович Кащеев Өфөлә йәшәй һәм ижад итә.
Бөгөн «Мельница» Балалар ижады үҙәгендә яҡташыбыҙҙың күргәҙмәһе асыла.
Читайте нас: