Бөтә яңылыҡтар

Күренекле яҡташыбыҙ менән осрашыу

Бөгөн «Мельница» Балалар ижады үҙәгендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, БАССР-ҙың халыҡ рәссамы Федор Кащеевты 85 йәшлек ғүмер байрамы менән тәбрикләнеләр. Оло юбилей айҡанлы күренекле яҡташыбыҙҙың шәхси күргәҙмәһе лә асылды.

Бөтә илгә танылған ҡыл ҡәләм оҫтаһын район хакимиәте башлығы Ришат Дихин, Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Альфред Хәжимуллин, “Мельница” Балалар ижады үҙәге директоры Ләйсән Мөғтәбәрова, Федор Александровичтың туғандары, яҡындары, таныштары ҡотланы.

Тәбрикләүҙәр үҙәктең хореографы һәм район клуб-китапхана системаһы хеҙмәткәрҙәренең сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Кем генә сығыш яһаһа ла, Федор Александровичтың иҫ киткес оҫта рәссам, тыуған еренең ысын патриоты булыуын билдәләп, яҡташыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланыуын белдерҙе.

Сараны алып барыусы Асҡын тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Әнзирә Ғәниева Федор Александровичтың ижад юлына байҡап яһап, уның үҙенсәлекле милли колорит менән һуғарылған киң билдәле «Бабай», «Башҡорт балы», «Башҡорт ҡымыҙы», «Ҡымыҙсы» һәм башҡа картиналарына туҡталды. Яҡташыбыҙҙың оҫта портретсы булыуын һәм улар араһында Асҡын районының күренекле шәхестәре портреттары барлығын да әйтеп, күрһәтеп китте. Әйе, күңелдәргә үтеп инерлек сағыу картиналар яҙған яҡташыбыҙ.Уларҙың һәр береһенән йылылыҡ, изгелек, илһөйәрлек рухы бөркөлә.

Үҙенең сығышында Федор Александрович күргәҙмәнең Балалар ижады үҙәгендә үтеүенә ҡыуанысын белдерҙе. Бирелә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар ижад әһеленең әҫәрҙәрен күреп, тәрбиә һәм фәһем аласаҡ. «Рәссамдарҙың эшенә ҡарап та бына тигән итеп һүрәт төшөрөргә өйрәнергә була, - тине ул. Сират тороп автограф алырға теләүселәргә лә ихлас теләктәрен яҙып, ҡултамғаһын ҡуйҙы. Йылы ҡаршы алып, ҡунаҡсыллыҡ, хөрмәт күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе асҡындарға.

Тыуған яғына Федор Александрович ҡыҙы Екатерина оҙатыуында ҡайтҡайны. Әйткәндәй, ҡыҙы ла атаһы юлын һайлап, бөгөн билдәле рәссам булып танылған.

Читайте нас: