Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Районыбыҙҙың моңло һандуғасы ине

Мишкәлә Шамил Хәмәҙинуров исемендә вокалсылар конкурсы үтте

Күптән түгел Иштыбай ауылы өсөн иҫтәлекле сара үтте. Халыҡ үҙенең ауылдашын, ғорурлығын — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Шамил Шәрифйән улы Хәмәҙинуровты иҫкә алды. Уның исеме халыҡ араһында киң билдәле һәм уны бөтәһе лә ихтирам менән иҫкә ала, йырҙарын яратып тыңлай.

Шамил Хәмәҙинуров 1950 йылдың 2 сентябрендә Мишкә районы Иштыбай ауылында тыуа. Башланғыс белемде туған мәктәбендә ала. Уҡыған сағында уҡ йырларға ярата. Мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. 1978 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй башлай. Көслө ойоштороусы һәләте булғанлыҡтан, уға йәштәр эстрада бригадаһын ышанып тапшыралар. Унда тик йәш, яңы эшләй башлаған артистар ғына була. Коллектив ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тамашасылар һөйөүен яулай.

Филармонияла эшләү дәүерендә Шамил Хәмәҙинуров бик күп эстрада бригадалары менән етәкселек итә, уның дөрөҫ эш алып барыуы һөҙөмтәһендә йәш төркөмдәр бик күп гастролдәргә йөрөп, билдәлелек яулай.

Төрлө йылдарҙа ул бик күп данлыҡлы артистар менән эшләй. Улар араһында Фәриҙә Ҡудашева, Бәхти Ғайсин, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғәлиә Солтанова, Филүс Гәрәев, Әхәт Ураҙмәтов, Минзиә Нәсибуллина, Алина Солтанова, Рәмил Хажиев була.

Шамил Шәрифйән улы үҙе лә бик популяр йырсы ине. Ул халыҡ йырҙарын мари, мордва, сыуаш, татар, ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәрҙә башҡара торғайны. Шул һәләте уны халыҡҡа яҡынайтты ла – артисты бөтә республикала һәм унан ситтә лә беләләр ине. Уның башҡарыуындағы билдәле йырҙар – “Шахта”, “Хәтирә”, “Бәллүр яҙмыш”, “Һандуғас булһам ине”.

1992 йылда Шамил Хәмәҙинуров Хәлит Фәтихов менән бергә “Ихлас” төркөмөн ойоштороуҙа ҡатнаша. Беренсе сығыштарынан уҡ төркөм танылыу яулай. Уларҙың концерттарында халыҡ һәм эстрада йырҙары, һүҙ оҫталығы, сатира һәм театр миниатюралары халыҡҡа бик яҡын була. Сығыштар һаны буйынса улар башҡа коллективтарҙан күпкә алда бара.

Шамил Шәрифйән улына ижады һәм музыка сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн 1988 йылда — “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы”, 2013 йылда “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы” исемдәре бирелә.

Шамил ағай үҙенең тормош иптәше Римма апай менән ике ҡыҙ тәрбиәләне. Улар икеһе лә сәнғәт өлкәһендә эшләй. Гөлназ — Өфөлә, Мостай Кәрим исемендәге халыҡ-ара йәштәр театрында әҙәбиәт бүлеге етәксеһе, ә Гөлсәсәк Татарстан Республикаһында Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театрында актриса булып эшләй.

Халыҡ үҙенең бөйөк шәхесен, музыкантын бик иртә юғалтты. Шамил Шәрифйән улының йөрәге 2014 йылдың 14 ноябрендә тибеүҙән туҡтаны. Билдәле шәхес булыуына ҡарамаҫтан, Шамил Хәмәҙинуров аҙаҡҡы көндәренә тиклем ябай, ауылдаштарына һәр саҡ иғтибарлы булды, яйы сыҡҡан һайын тыуған ауылына ҡайтты. Ул ысын мәғәнәһендә халыҡ артисы ине, халҡы өсөн йәшәне һәм йырланы. Репертуарында төрлө халыҡ йырҙары булды, шуға күрә уны башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, мариҙар ҙа яратты.

Күптән түгел ауыл халҡы, уҡыусылар, килгән ҡунаҡтар зыяратҡа барып Шамил ағайҙы иҫкә алды, ҡәберенә сәскәләр һалды. Билдәле йырсы тураһында ҡыҙы Гөлназ Хәмәҙинурова һөйләне. Лилиә менән Хәлит Фәтиховтар ҙа Шамил ағайҙы йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. Улар хеҙмәттәштәр генә түгел, ә ғаилә дуҫтары ине.

Ошо көндө кис ауыл халҡын автобус менән район үҙәгенә концерт ҡарарға алып барҙылар. Район Мәҙәниәт йортонда Шамил ағайҙың йырҙары яңғыраны, уға, уның рухына бағышлап бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Концертта конкурсанттар ҙа, ябай халыҡ та ҡатнашты.

Билдәле йырсыбыҙ исемендәге конкурс

Район Мәҙәниәт йортонда вокалсылар араһында үткәрелгән Шамил Хәмәҙинуров исемендәге конкурсҡа Дәүләкән, Асҡын, Ҡариҙел, Краснокама, Балтас, Борай райондарынан һәм Мәләүез ҡалаһынан килгәйнеләр. Бәйге талаптары буйынса ҡатнашыусылар халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарырға, шуларҙың береһе мотлаҡ рәүештә Шамил Хәмәҙинуров репертуарынан булырға тейеш ине. Бәйгеселәрҙең сығышын “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең художество етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәфирә Иҡсанова-Бабичева, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар, Фәнүнә Сиражетдинова, Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Суриә Ғималова һәм йырсының ҡыҙы Гөлназ Хәмәҙинурова баһаланы.

Конкурсанттар һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары тарафынан әҙерләнгән гала-концерт бер тында үтте. Һәр сығыш еңеүгә лайыҡ ине. Йыраҡ Мәләүез яҡтарынан килгән Рөстәм Якиев Шамил Шәрифйән улы менән яҡшы таныш булған һәм ул үҙенең сығышы аша һағыныу хистәрен тамашасыға еткерҙе. Шамил Шәрифйән улының ижадташ дуҫы Хәлит Фәтихов конкурстанттарға һөнәри оҫталыҡтары өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Иң тулҡынландырғыс мәл етте. Гран-при — Мәләүездән Рөстәм Якиевта! I урынды — Балтас районынан Фиғәт Ғәлин, Краснокама районынан Фирзәнә Әсләмова, II урынды Асҡындан Зөлфиә Мазһарова, Мишкәнән Илфаҡ Арысланов, Борайҙан Денис Арланов, III урынды Руслан Кабулов (Балтас районы), Илһөйәр Мусина (Дәүләкән районы), Анастасия Иванова (Мишкә районы), Гөлсинә Ғосманова (Краснокама районы) яуланы. Шулай уҡ төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде.

Конкурс юғары кимәлдә үтте. Ойоштороусылар 2020 йылда, йырсының 70 йәшлек юбилейына, конкурсты республика кимәлендә үткәреү тураһында һөйләшеү алып барҙы. Халыҡ һөйөүен яулап өлгөргән бәйгенең киләсәге булыр, тип өмөтләнәбеҙ.


Зилә Әптикаева,

Иштебай ауылы.
Читайте нас: