Бөтә яңылыҡтар
Күренекле яҡташтарыбыҙ
30 Сентябрь 2019, 12:54

Ләйсән Үтәшева ҡурай моңон ярата

Еңел атлетика буйынса донъя чемпионы, танылған яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһында башҡорттар менән осрашты.

Күрешеүгә барыр алдынан ул үҙенең “Инстаграм”дағы шәхси сәхифәһендә: “Үҙемдең башҡорттарым менән осрашыуға барам!” – тип хәбәр итте.


Осрашыуға йәштәр күп йыйылды. Ассоциация етәксеһе Азат Ҡаҙаҡбаев уға ҡурай бүләк иткәндә, спортсы был музыка ҡоралы менән улы Роберт ҡыҙыҡһыныуын әйтте. Шунда уҡ ул ҡурайҙа уйнап күрһәтеүҙәрен һораны. Салауат Зәйнетдинов ҡурайҙа ғына түгел, ҡумыҙҙа ла уйнап күрһәткәс, Ләйсән Үтәшева уны тапшырыуға саҡырасағы хаҡында әйтте.
Автор: Лариса Абдуллина

Читайте нас: