Бөтә яңылыҡтар

Асҡын мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә флешмобҡа ҡушылды!

#Шайморатов #Шаймуратов #КурултайМиңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына ((15) 27 август, 1899 йыл) - 120 йыл. Ошо айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән флешмобҡа Асҡын мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды.

Башҡорттар китте һуғышҡа,

Оҙатып ҡалды күк Урал;

Ат уйнатып, алда бара

Шайморатов генерал.


Совет иле өсөн яуҙа

Кисте һыуҙы, уттарҙы;

Дошмандарға ябырылғанда

Утлы дауыл ҡуптарҙы.


Шайморатов яу ҡырында

Дошмандарҙы көл иткән;

Утта янмай, һыуҙа батмай,

Һай, батыр ҙа ир икән.


Совет халҡы Тыуған илдән

Ҡыуҙы яуыз дошманды;

Бер туғандай, үтәнеләр

Изге Ватан ҡушҡанды.


Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай

Һинең улдарың, Урал;

Шулар менән дошман ҡырҙы

Шайморатов генерал.


Читайте нас: