Район этабында “Аскинская новь” гәзите сайтында урынлаштырылған тауыш биреүҙә 80 кеше ҡатнашты. Финалға сығыусы 12 кеше араһында иң күп тауышты яҡташыбыҙ Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе күренекле яҡташыбыҙ, Рәсәй Фәндәр академияһы Рәсәй тарихы институтының Рәсәй халыҡтары тарихы һәм этник-ара бәйләнештәр үҙәге хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты, Мәржәни фонды китапханаһы мөдире, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Йәмил улы Әхмәҙуллин йыйҙы. Артабан был финалсылар республика кимәлендә көс һынашасаҡ. Республика финалы 28 октябрҙә ойошторола. Яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!