“Нур” татар дәүләт театры республикабыҙҙа әйҙәүсе театрҙарҙың береһе. Тамашасы һөйөүен яулаған актриса — райондашыбыҙ Рида Фәхрисламова күптән уның сағыу йондоҙона әйләнде. Рида Фәһәметдин ҡыҙы районыбыҙға гастролдәре менән ҡайтҡанда уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Рида Фәһәметдин ҡыҙы, һүҙебеҙҙе бала сағығыҙҙан башлайыҡ.
— Мин Асҡын районы Билгеш ауылында тыуып үҫтем. Ғаиләбеҙҙә биш бала тәрбиәләнде. Бәләкәйҙән ата-әсәйҙең уң ҡулы булдыҡ. Әсәйем — һылыу, ныҡ кәүҙәле, көслө ҡатын хаҡлы ялға сыҡҡансы малсылыҡта эшләне. Уңғанлығы өсөн хөрмәт иттеләр, алдынғылар рәтендә булды. Атайыбыҙ бик тырыш, ҡыҙыу кеше ине. Ул әсәйемде 42 йәшендә генә тол ҡалдырҙы. Ауыр булһа ла, әсәйебеҙ бирешмәне. Тырышып-тырмашып, ҙур итеп ҡарағай йорт төҙөттө. Бөтәбеҙгә лә урта махсус һәм юғары белем алырға ярҙам итте. Уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
— Сәнғәт юлынан китеүегеҙгә нимә сәбәпсе булды?
— Минән бәлки бик яҡшы саңғысы сығыр ине. Ә шулай ҙа бейергә нығыраҡ яраттым. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумының театр төркөмөнә уҡырға киттем. Бер йыл уҡығандан һуң, Стәрлетамаҡ театры өсөн махсус төркөм йыйыуҙарын белеп ҡалдым. Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетына, халыҡ әйтмешләй, йырлап уҡырға керҙем. Миңә Гөлли Мөбәрәкова, Рәфил Нәбиуллин, Илшат Йомағолов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Хөрмәтулла Үтәшев кеүек мәшһүр һәм юғары профессиональ сәхнә оҫталары белем бирҙе. Уларҙың һәр һүҙе, кәңәше миңә доға кеүек ине.
— Һеҙ бихисап ролдәр тыуҙырҙығыҙ. Улар тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине... Ниндәй характерҙағылары күңелегеҙгә нығыраҡ оҡшай?
— “Нур” театрына тиклем бер аҙ Милли йәштәр һәм Башҡорт дәүләт академия театрҙарында ла эшләнем. Башҡарған матур ролдәр күңел түремдә һәр саҡ һаҡлана.
2004 йылдан “Нур”ҙамын. Бында “Гөлъямал”да, “Еҙнәкәй”ҙә, “Яңғыҙаҡ”та, “Ғашиҡтар көнө”ндә, “Ҡойоп ҡуйған фәрештә”лә, “Ҡатын түгел, аждаһа”ла һәм башҡа пьесаларҙа уйнаным. Яңы сыҡҡан спектаклдәрҙә, атап әйткәндә, “Гөргөри кейәүҙәре”ндә – Гөрпинә, “Һинд ҡыҙы”нда – Мәмдүдә, “Ҡыҙ урлау”ҙа Туҡтабикә образдарын тыуҙырҙым.
Минең өсөн ролдәрҙең ҙуры, бәләкәйе юҡ. Һәр береһе ҡәҙерле. Йөҙөп, эшемдән тәм табып, рәхәтләнеп эшләйем.
Аллаға шөкөр, үҙемде лә хөрмәт итәләр. Коллективыма, етәкселәргә бик рәхмәтлемен. Форсаттан файҙаланып, тамашасыларымды бар йөрәгемдән яратыуымды белдерәм. Улар үҙҙәре лә: “Шул тиклем һине яратабыҙ. Үҙеңдән йылылыҡ, ихласлыҡ бөркөлөп тора”, — тип миңә тағы сәм, көс өҫтәй.
— Белеүебеҙсә, сәнғәт менән бәйле башҡа шөғөлдәрегеҙ ҙә бар.
— Буш ваҡыттарымда концерттарҙа ла ҡатнашам. “Ҡунаҡ ашы” тип исемләнгән тамашаны халыҡ яратып ҡабул итә. Яңыраҡ “Рифка” тип аталған америка киноһын татар теленә тауышлы итеүҙә кастинг үттем. Һөҙөмтәлә — хәҙер ошо эш менән дә мәшғүлмен. “Ай ҡыҙы” фильмында төшһәм дә, был минең өсөн бөтөнләй ят эшмәкәрлек.
— Гәзит уҡыусыларға ғаиләгеҙ тураһында ла белеү ҡыҙыҡлы булыр.
— Ирем — төҙөүсе. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Холҡо ла матур: сабыр, аҡыллы. Ҡыҙым Камилә VI класта уҡый. Ул яуаплы, үҙ аллы. Музыка мәктәбендә лә шөғөлләнә. Медицина менән ҡыҙыҡһыныуына ҡарап, табип булыр, тип уйлайым.
— Сәхнәлә һеҙ төрлө холоҡ-фиғелле ҡатын-ҡыҙ. Ә тормошта ниндәй хужабикә?
— Маҡтанып әйтмәйем, уңғанмын, етеҙмен. Бөтә ерҙә тәртип, бөхтәлек яратам. Шуға фатирымда ла аҡ төҫ өҫтөнлөк итә. Кәрәкһә, ике сәғәт эсендә бына тигән табын әҙерләп алам. Ошо арала туҡмаслы ашым да өлгөрәсәк, өҫтәлдә бер нисә төрлө салат та буласаҡ. Ә бына ҡамыр аштары менән булашырға яратмайым.
— Хәҙер сит илдәрҙә, диңгеҙ ярҙарында ял итеү модаға инде...
— Башҡортостаныбыҙ тәбиғәтенә ҡарап хозурланыуҙы хуп күрәбеҙ. Ғөмүмән, әсәйем иҫән саҡта һәр отпускымда уның янында булырмын, тигән һүҙем бар.
— Кейенеүҙә, биҙәнеүҙә ниндәй принциптарға таянаһығыҙ?
— Минеңсә, актрисалар һәр саҡ һәм һәр ерҙә матурлыҡ, нәзәкәтлелек өлгөһө булырға тейеш. Шуға һәр ваҡыт күлдәк, итәк кейеп йөрөйөм. Күлдәк кейгән ҡатын-ҡыҙҙан иман нуры бөркөлөп торған кеүек.
Биҙәнеүгә килгәндә, Рәсәйҙә етештерелгән косметикаға өҫтөнлөк бирәм. Әлбиттә, ҡиммәтлеләре лә юҡ түгел.
— Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителеү театрға ниндәй үҙгәрештәр алып килде? Ошо йылдан нимәләр көтәһегеҙ?
— Аллаға шөкөр, йылдың ниндәйе булыуына ҡарамаҫтан, театрыбыҙ тулы ҡеүәтенә эшләй. Сәхнәлә матур-матур пьесалар ҡуйыла, залдарыбыҙ һәр саҡ тулы. Бында балалар студиялары эшләй, ижад лабораторияһы бар. “BabyNur” проекты тормошҡа ашырыла. Тамашасылар менән актерҙар араһында осрашыуҙар ойошторола. Артабан да ошо темпты тотоп, тамашасы һәм артистар араһындағы дуҫлыҡ, мөхәббәт нығыһын, үҫһен өсөн тырышып эшләргә лә эшләргә.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Ижадығыҙҙа яңынан-яңы үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ.
Рида Фәхрисламова менән ҡайтҡан Өфө ҡунаҡтарын тәүҙә район хакимиәтендә хөрмәт менән ҡаршы алдылар. Унда район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ришат Дихин Рида Фәһәметдин ҡыҙына яратҡан артистарыбыҙҙы алып ҡайтҡаны өсөн рәхмәт әйтеп, изге теләктәрен еткерҙе.
Ҡашҡа ауылында күренекле райондашыбыҙ тәүҙә мәктәптә уҡытыусылар, уҡыусылар менән осрашты. Ул ижады тураһында һөйләп, уңыштарында уҡытҡан уҡытыусыларының да өлөшө булыуын әйтеп, бүләктәр ҙә тапшырҙы. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән райондашыбыҙҙың үҙенә лә ҡашҡалар иҫтәлекле бүләк әҙерләгәйне.
Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортонда башҡорт һәм татар эстрадаһының киң билдәле артистарын — Рида Фәхрисламова, Альберт Уразмәтов, Зилә һәм Хәсән Усмановтар, Инсаф Ғәлимов, йәш йондоҙҙар Регина Мөҙәрисова, Искәндәр Насибуллин, Радмир Ғәлиевты тулы зал менән ҡаршы алдылар. Өҫтәмә ултырғыстар ҡуйғас, тамашаны барлығы 250-гә яҡын кеше ҡарау бәхетенә иреште.
Йырсыларҙың моңло йырҙары, Альберт Уразмәтов менән Рида Фәхрисламованың уйын-көлкөһө менән өс сәғәткә яҡын ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Һәр сығыш тамашасыларҙың күңел йылыһына төрөлөп, алҡыштарға күмелде. Был көндө һәләтле райондашыбыҙ, композитор-шағирә Рәүфә Нурмөхәмәтованың бик күп йырҙары яңғырап, күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртте. Шулай уҡ республикабыҙ сәхнәһендә үҙ тамашасыһын тапҡан композитор-йырсы Жәлил Ғәйбәҙуллиндың да йырҙары билдәле артистарҙың репертуарында булыуы ғорурлыҡ хистәре тыуҙырҙы.