Йәнтөйәк
-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡариҙел районында йәшәүсе Радим Оморҙаҡовтың "иманлы шиғриәт"е тураһында

2018 йылда Өфө ҡалаһы «Матбуғат донъяһы» нәшриәтендә Ҡариҙел районы әҙәбиәт һөйөүселәренең ижад емештәре бер йыйынтыҡҡа тупланып, «Гөрләшеп йәшәй күңел» исемле баш аҫтында китап булып донъя күрҙе. Китапҡа ун дүрт авторҙың ҡайһы бер шиғырҙары, хикәйәләре, мәҫәлдәре һ.б. тупланған.
Р. Ғ. Мостафин төҙөгән был йыйынтыҡты Ҡариҙел районы Магинск ауылы мәхәлләһенең имам-хатибы Радим Оморҙаҡовтың шиғырҙары башлап ебәрә. Артабанғы һүҙебеҙ ошо авторҙың шиғырҙары тураһында булыр.

Радимдың шиғриәтен «иманлы шиғриәт» тип атар инем. Йыйынтыҡта иң беренсе итеп бирелгән «Тел» шиғырынан уҡ уның ижад позицияһы асыҡлана башлай: дини ҡанундарҙы яҡшы белгән автор телдең Аллаһ бүләге булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был ике төшөнсә тәбиғи рәүештә бер-береһенә үрелеп китә. Шиғыр ХХ быуат башына тиклемге башҡорт шиғриәте традицияларына нигеҙләнгәнен төҫмөрләйбеҙ: Мифтахетдин Аҡмулланың туған халҡын уҡырға өндәгән ауаздарҙы ла ишеткәндәйбеҙ; шиғырҙың үлсәме лә боронғо осорҙоҡо.

«Донъя ҡәҙере», «Диңгеҙ» шиғырҙарын уҡығанда үҙеңде күңелгә ятышлы вәғәз тыңлағандай тояһың. Йәш, белемле хәҙрәт хәҙерге заман кешеһенә аңлайышлы телдә, тос итеп Раббыны зекер итеүҙең, доға ҡылыуҙың мөһимлеген аңлата.

«Ике фәрештә» шиғырын дини хикәйәт тип атарға мөмкин булыр ине: Хаҡ ҡөҙрәте, бәндәләрҙең ер йөҙөндә ҡылған гонаһтарының ғәфү ителеү йәки ителмәү мөмкинлеге тураһында кинәйә менән һөйләй автор.

Радим Оморҙаҡов өсөн туған башҡорт теле һәм иман – айырып алғыһыҙ төшөнсә. Телдәре башҡорт булып та, дини йолаларҙы ҡәрҙәш телдә башҡарған дин әһелдәре күбәйгән мәлдә был күренеш иғтибарға, ихтирамға лайыҡ. «Башҡорт һүҙе», «Башҡортостан» шиғырҙары әйтелгәндәребеҙҙе ҡеүәтләй.

Көнсығыш әҙәбиәтенән килеп ингән мәҫәл жанрына ла уңышлы мөрәжәғәт итә Радим Оморҙаҡов. «Аждаһа» шиғыры күрше ҡитға Американың ысын йөҙөн асыуға бағышланған. Тәү ҡарашҡа ул ХХ быуаттың 30-сы йылдарында республикабыҙҙа ныҡ таралған «Ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ Американы. Яҡын йылдарҙа» тигән йыр һүҙҙәрен хәтергә төшөргән кеүек булһа ла, шиғырҙың тәүге юлдарынан уҡ океан артынан илебеҙгә ағылған зыянлы мәғлүмәтте төҫмөрләйһең.

Радим Оморҙаҡов – рухи камиллашыуға йөҙ тотҡан, донъяны һөйөп баҡҡан, мәғлүмәтле, белемле, алдынғы ҡарашлы замандашыбыҙ. Уның шиғырҙарын уҡығандан һуң тормош ҡуйған ҡатмарлы мәсьәләләрҙе сисә алырыңа ышаныс тыуа. Яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа, иманға ынтылышың көсәйгән төҫлө була.

Авторға ижади уңыштар һәм үҙ рухи ҡиблаһына тоғро ҡалыуын теләйбеҙ.

Гөлнур Ҡасҡынова,

БДУ-ның Бөрө филиалы доценты.
Читайте нас: