Бөтә яңылыҡтар
Күренекле яҡташтарыбыҙ
22 Октябрь 2018, 13:50

Башҡорт музыкаһын үҫтереүҙә күп көс һалған Мәсғүт Зәйнетдин улы Бәширов тураһында

Ҡалабыҙ быйыл 355 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Йөҙ йыл эсендә республиканың әллә күпме күренекле шәхестәре үҙҙәренең эҙҙәрен ҡалдырған бирелә. Улар тураһында әленән-әле матбуғат биттәрендә яҡтыртыла бара, тос китаптар нәшер ителә. Бөрө ҡалаһы һәм районы мәҙәниәтен, башҡорт музыкаһын үҫтереүҙә күп көс һалған Мәсғүт Зәйнетдин улы Бәширов шундайҙарҙың береһе.


Мәсғүт Бәширов 1908 йылда Бөрө ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Атаһы сауҙагәр И. Халиҡовтың йортонда тәүҙә эшсе, аҙаҡ магазинында, келәтендә приказчик була. Әсәһе – йорт хужабикәһе. Икеһе лә халыҡ йырҙарын башҡарырға ярата. Рухи байлыҡты беренсе урынға ҡуйған Бәшировтар ғаиләһендә алты баланан тик Мәсғүт кенә ғүмерле була. Ете йәшенән уны өс класлы рус мәхәллә мәктәбенә уҡырға бирәләр. Мәктәптә ул яҡшы уҡыуы, тәртипле һәм тәрбиәле булыуы менән айырылып тора. Мәктәп директоры бүлмәһендәге фисгармонияла ноталар йыйып ҡарай. Ә өйҙә гармунды ҡулына ала. Башланғыс кластарҙы тамамлағас, педагогик йүнәлешле мәктәпкә күсә. Хәҙер инде уның яратҡан инструменты фортепиано була. Ишетеү һәләте менән ул популяр марштарҙы уйнарға өйрәнә. 1926 йылда Бөрө ҡалаһы профклубы ул осорға хас телһеҙ киноны пианинола иллюстрацияларға тәҡдим итә. Ике йыл эшләү дәүерендә фортепиано өсөн «Вальс» һәм «Мазурка» исемле миниатюра яҙа, оҙаҡламай ҡалала композитор исеме таныла башлай.

«Халыҡ мәктәбе уҡытыусыһы» таныҡлығын алғас, Мәсғүт Зәйнетдин улы Бөрө өйәҙе Байҡы волосына эшкә китә. Хәҙерге Ҡариҙел районының Абдулла һәм Бағаҙы ауылдарында ике йыл уҡыта. Музыкаль инструменттар ауыл мәктәбендә булмай. Шуға күрә ял ваҡыттарында гармунда һәм гитарала уйнай; рус, башҡорт, татар йырҙарын башҡара.

Бөрөгә ҡайтҡас, ҡаланың башҡорт-татар мәктәбендә йыр һәм башҡорт теле дәрестәрен алып бара, үҙешмәкәр татар театрының спектаклдәрен музыкаль биҙәүҙә ҡатнаша. Ләкин музыкаль белемдең етмәүе үҙен һиҙҙертә. 1933 йылда Өфө музыка техникумының (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы) музыка бүлеге фортепиано класына уҡырға инә. Бер рәттән төрлө мәктәптәрҙә эшләй. Йәш музыкант С.Т. Герберт, В.Х. Штегман кеүек күренекле педагогтарҙан һабаҡ ала. Хор дирижеры һәм теория бүлексәләрен тамамлай. Шул уҡ уҡыу йортоноң музыка тарихы һәм теорияһы класы буйынса уҡытыусы итеп тәғәйенләнә. Уға башҡорт хорын ойошторорға тәҡдим итәләр. Репертуар өсөн үҙе үк башҡорт шағирҙары шиғырҙарына романстар, хор йырҙары ижад итә башлай.

Ҡәһәрле һуғыш Мәсғүт Зәйнетдин улын да урап үтмәй. Һуғышта ул Эске эштәр халыҡ комиссариатының (НКВД) сик буйы полкында хеҙмәт итә. Фашистарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша, яралана һәм контузия ала. Фронтта саҡта һалдаттар өсөн күңелле концерттар ойоштора, көйҙәр ижад итә. Һуғыштан һуң М.З. Бәширов Өфөгә әйләнеп ҡайта. Өфө музыка училищеһында сольфеджио, музыка теорияһы һәм музыка әҙәбиәте дәрестәре алып бара, көнбайыш музыка тарихы буйынса лекциялар уҡый, башҡорт хоры менән дә эште дауам итә.

Мәсғүт Зәйнетдин улы йәмәғәт эшендә лә ҡайнап йәшәй. БАССР Композиторҙар союзын ойоштороуҙа ҡатнаша. 1949 йылдың 26 мартында Композиторҙар союзы пленумында М.З. Бәшировтың «Башҡорт халыҡ йырҙары» исемле эҙләнеү эше юғары баһалана. Пленум ултырышынан һуң билдәле йырсы Әсмә Шайморатова уның вокал ижадын йырлай. Аҙағыраҡ «Совет Башҡортостанының музыкаһы», «Камил Рәхимов» тигән очерктар авторы була. Уларҙа милли музыканың барлыҡҡа килеүен һүрәтләй, башҡорт хор сәнғәтенә анализ яһай. Башҡорт радиоһына һәм телевидениеһына классик һәм халыҡ музыкаһы тураһында тапшырыуҙар әҙерләй.

1949 йылда Мәсғүт Зәйнетдин улы тыуған яғы Бөрөгә ҡайтып, балалар өсөн музыка мәктәбен ойоштора. Беренсе мәктәп иҫке генә бинала урынлаша. Фортепиано һәм халыҡ инструменттары кластарынан торған ике класта барлығы 18-20 уҡыусы шөғөлләнә. Улар ике сменала уҡый. Музыка мәктәбе директоры булып ун туғыҙ йыл эшләү дәүерендә балаларҙың музыкаль белемен үҫтереүгә ҙур көс һала. Ойоштороу, уҡытыу эштәренән тыш, «Бәләкәй сонатина» (1959), «Сонатина» (1960), «Этюд» (1959), «Юмореска» (1959), «Скерцино» (1961) фортепиано пьесаларын ижад итә.

Бөгөн Бөрө ҡалаһының М.З. Бәширов исемен йөрөткән Балалар һәм үҫмерҙәр музыка мәктәбе өр-яңы бинала урынлашҡан. Унда Мәсғүт Бәширов традицияларын дауам итеп, рус, башҡорт, татар, мари моңдары яңғырай. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре М.З. Бәширов иҫтәлегенә мәктәп бинаһына ҡуйылған мемориаль таҡтаташ уҡыусыларҙы йыр-моңға дәртләндерә.

Интернет материалдарын

файҙаланып, Ғәлиә Ғәниева әҙерләне.
Читайте нас: