Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Балтаста йәшәүсе Ханис Хажимовтың "Уразай һәм уразайҙар" исемле китабы донъя күрҙе

Райондашыбыҙ Ханис Хажимовтың изге эштәре тураһында китап яҙырға булыр ине. Әлеге мәҡәләмдә Ханис Ситдиҡ улының лайыҡлы ялға туҡтағас ауылдаштарына күрһәткән оло хеҙмәтен яҡтыртҡым — иҫ киткес күләмле, тәрән йөкмәткеле “Уразай һәм уразайҙар” китабы тураһында бәйән иткем килә.


Ысын аҡһаҡалдарса аҡыллы аҙым яһаны Ханис Ситдиҡ улы. Ошо 320 битлек китап нигеҙендә ҙур хеҙмәт ята. Бындай бай мәғлүмәтте туплар өсөн тыуған ауылыңды, уның кешеләрен ни тиклем ныҡ яратырға кәрәк. Һоҡланам китапты яҙыусыларға. Ысын илһөйәрҙәргә хас эш башҡарҙы Ханис Хажимов менән Риф Ғарипов. Был китап нигеҙендә — ябай ауыл кешеһе. Ауылдаштарының яҙмышын мәңгеләштерҙе ул. Китап бөгөн һәр Уразай кешеһенең өй түрендә урын алды. Сөнки унда уларҙың үҙе, нәҫел ептәре, ата-бабаларының матур эштәре бәйнә-бәйнә яҙылған. Был баҫманың үҫеп килеүсе быуынға ла хеҙмәт итәсәгенә иманым камил.

Ханис Ситдиҡ улы — ауылдың иң күренекле шәхестәренең береһе. Уның һәр нәмәгә үҙ фекере бар, үҙ принциптарына таяна. Тынғыһыҙ, әүҙем кеше. 1952 йылдың 27 майында Иҫке Уразайҙа уҡытыусы ғаиләһендә тыуып, кескенәнән белемгә ынтылып, мәктәп йылдарында сәйәсәт, тарих менән ҡыҙыҡһынып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Уның хеҙмәт биографияһының бер нисә бите: район мәктәптәрендә директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, район кино селтәре директоры, Балалар сәнғәт мәктәбе директоры... Ҡаҙаныштары һәм маҡтаулы исемдәре лә байтаҡ: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Почет грамотаһы, министрлыҡтың грант эйәһе, Рәсәй Журналистар союзының Почет грамотаһы. Ҙур педагогик тәжрибәгә, ойоштороу һәләтенә эйә шәхес емешле хеҙмәт юлын тамамлап хаҡлы ялға туҡтағас та ҡул ҡаушырып ултырмай, әүҙем йәмәғәтселек эше алып бара. Районда шахматсылар хәрәкәтен әүҙемләштереү өсөн янып йөрөй, республика һәм район баҫмаларына мәҡәләләр яҙа. Ниһайәт, ауылдаштарының үтенесен үтәп, китап баҫтырып сығара.

— Китап яҙыу — ул ауылдаштар фекере, улар ауыл тарихын яҙып ҡалдырырға кәрәклеген әйтте. Риф Ғарипов “Класташтар” социаль селтәрендә “Уразай һәм уразайҙар” төркөмөн асты. Унда ике меңгә яҡын фото ҡуйылды. Ситтә йәшәгән ауылдаштар үҙҙәренең ғаилә тарихы фотоларын урынлаштырҙы. Уразай ауылының күп өйөндә булып, иҫке фотолар, мәғлүмәт йыйҙыҡ, уларҙы бер тәртипкә һалдыҡ. Башта эшҡыуар Рөстәм Дилмиев матди яҡтан ярҙам итте. Район, республика музейында оҙаҡ эҙләндек. Уразай ҡарт менән бергә ул заманда кемдәр йәшәгән? Был һорауға яуапты Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивында таптыҡ. Мордва мишәре Позаяктың шәжәрәһен төҙөнөк. Унан һуң уразайҙарҙың 18 нәҫеленең шәжәрәһен берәмләп йыйҙыҡ. Мәктәптең 50 йыллығына бағышлап, китапты ағымдағы йылдың майында тамамланыҡ. Тарихи бүлек, дини ойошмалар, фронтовиктар, хеҙмәт алдынғылары тураһында тәфсирләп яҙҙыҡ. Хеҙмәт кешеләренең биографиялары аша мөһим ваҡиғаларҙы яҡтырттыҡ. Ауылдашыбыҙ Нурихан Дилмиев типография сығымдарын күтәрҙе. Риф Ғарипов верстка эшен башҡарҙы, иң ҙур ярҙам уныҡы, — тип һөйләне Ханис Ситдиҡ улы.

Ысынлап та, дәүер һәм һәр заманаға хас ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар, ваҡиғалар кеше яҙмыштары аша тасуирлана китапта. Был яҙмалар ҙа, тарихи фотолар ҙа, шәжәрәләр Уразай халҡы өсөн генә түгел, Балтас районы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Гөлнара Шәймөхәмәтова. Фото ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: