Төлгөҙбаштар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштары — үлгәндән һуң Ленин орденына лайыҡ булған Шәрип Васиҡовтың 100 йыллығын ҙурлап билдәләй. Шәрип Хәбир улына һәм Советтар Союзы Геройы Сәлимйән Ғәлимйәновҡа бюстар асыласаҡ, мәктәпкә хәтер таҡтаһы ҡуйыласаҡ. Был көндө Төлгөҙбаш, Олокүл, Яңы Ҡарыш, Уҫаҡлыйылға ауылдарынан фронтҡа китеп һәләк булған яугирҙар хөрмәтенә обелиск та асыла.
Шәрип Васиҡов 1918 йылда Асҡын районы Төлгөҙбаш ауылында тыуа. Башланғыс класты үҙҙәренең мәктәбендә тамамлай, артабан күрше ауылда белем ала. Атаһы үлеп, әсәһенә ҡустыларын ҡарарға ярҙамлашырға кәрәк булғас, уҡыуын ташлай. Уларҙың ғаиләһе беренселәрҙән булып колхозға инә. Шәрип Васиҡов ике йыл торф сығарыуҙа көс һала, почтальон булып та эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы башланған ваҡытта Шәрип Хәбир улы Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт итә. Уларҙың часын Кавказға ебәрәләр. "Гитлер Ростовтан көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығышҡа табан Дон аръяғына киткән ғәскәрҙе юҡ итеп, артабан Ҡара диңгеҙҙең көнсығыш ярҙарына эйә булырға тигән маҡсат ҡуя. Бының һөҙөмтәһендә, Советтар Союзы порттарынан һәм Ҡара диңгеҙ флотынан мәхрүм ҡалырға тейеш була.
Дошмандың тау һәм егерь дивизияларына төп Кавказ һырты үткеленә сығырға приказ бирелә, ә унда Тбилиси, Кутаиси, Сухуми... Танк һәм механикалаштырылған ғәскәр тиҙ генә Грозный ҡалаһын алып, Осетия һәм Грузияның хәрби юлдарын кисергә тейеш була. Аҙаҡ Каспий диңгеҙе яры буйына ҙур көс ташлап, Бакуны алырға уйлайҙар" ("Бөйөк Ватан һуғышы". Уҡыусылар өсөн энциклопедия. 213-сө бит).
Бына ошоларҙы тормошҡа ашырыу өсөн фашистарҙың бик ҙур көсө йәлеп ителә бирегә. Алыш һәр артылыш, һәр метр өсөн бара. В. Гнеушев һәм А. Попутьконың «Тайна Марухского ледника» китабында бына нисек һүрәтләнә Кавказ һаҡсылары батырлығы.
Һайлап алынған немец ғәскәрҙәре өс яҡлап батальонға һөжүм итә. Бер бәрелеш ваҡытында бик мөһим һуҡмаҡты һаҡлаған минометсылар төркөмө сигенеү тураһында приказ алмай ҡала һәм батальондан бүленә. Расчет командиры Виктор Шутков, төҙәүсе Шәрип Васиҡов, һуғыш кәрәк-яраҡтары ташыусы Василий Семяков аҙаҡҡы пуляға тиклем һуғышып, дошманға тере бирелмәҫкә ҡарар итә. Дошман егерме–егерме биш метрға яҡынайғас, минометтан да атып булмай башлай. Ә ҡамау ҡулсаһы ҡыҫылғандан-ҡыҫыла. Һалдаттар шунда дошманға миналарҙы граната итеп ырғыта башлай. Улар дошмандың яҡынайыуын көтөп, һуңғы минаны үҙҙәре менән бергә шартлата.
174-се тау-уҡсылар полкы командиры майор Ермохин һәм батальон комиссары Невский ҡул тамғаһы ҡуйылған бүләкләү ҡағыҙында “Шәрип Хәбир улы Васиҡов батырлығы өсөн “Советтар Союзы Геройы” Хөкүмәт наградаһына тәҡдим ителә” тиелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, армияның хәрби Советы ҡарары менән Ленин орденына лайыҡ тип табыла.
Шәрип Васиҡовтың исеме, батырлығы Ҡарасәй-Черкес һәм Башҡортостан тикшеренеүселәре, журналистары ярҙамында халыҡҡа мәғлүм булды.
Төлгөҙбаштар батырҙары исемен онотмай, уларҙы хөрмәт итә. Мәктәпкә Шәрип Васиҡовтың исеме бирелде. Бер урам Сәлимйән Ғәлимйәнов исемен йөрөтә. Мәктәп музейында был батырҙарға ҡағылышлы бай материал тупланған.