Асҡын районы Яубүләк ауылында рәсәй социаль-демократик хәрәкәте эшмәкәре, эшсе депутаттар Өфө Советының беренсе рәйесе Иван Якутовтың 150 йыллығына арналған тантана үтте. Был сараға төрлө ҡала һәм райондарҙан ҡунаҡтар һәм ҡасандыр ошонда тыуып үҫкәндәр йыйылды. Байрамға килеүселәр Иван Якутов тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алды, шәжәрәләрен барланы, ойошторолған уйындарҙа ҡатнашты.