Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле яҡташтарыбыҙ
21 Февраль 2018, 18:43

Бәшмәк үҫтереп, табыш ала

Борайҙа үҙ эшен асып, бәшмәк үҫтереүсе Альберт Арслановты районыбыҙҙа ғына түгел, республикабыҙҙа ла бик яҡшы беләләр. Витаминдарға бай бәшмәктәрҙе ҡалаларҙа ҙур һатыу үҙәктәрендә алырға була.

Үҙ эшен асып, бәшмәк үҫтереүсе Альберт Арслановты районыбыҙҙа ғына түгел, республикабыҙҙа ла бик яҡшы беләләр. Витаминдарға бай бәшмәктәрҙе ҡалаларҙа ҙур һатыу үҙәктәрендә алырға була.
Юридик белемле Альберт Мәснәүи улы үҙ эшен 2006 йылда аса. Тәүҙә ябыҡ грунтта помидор, ҡыяр үҫтереп һата. Эшҡыуарлыҡ нескәлектәрен үҙләштергәс, 2010 йылда ҡарама (вешенка) бәшмәктәрен үҫтерә башлай. Хәҙерге ваҡытта был шөғөл киң таралмаһа ла, килемле һәм ышаныслы. Күп сығым талап ителһә лә, ул ҡуйған маҡсатына тоғро ҡалып, юғары кимәлгә күтәрелә. Финанс яҡтан дәүләт ярҙамын көтмәйенсә, үҙ көсөнә ышанып, башлаған эшен дауам итә. Төрлө ҡорамалдар менән йыһазландырылған бер мең квадрат метр ҙурлыҡтағы бина "зәңгәр яғыулыҡ" менән йылытыла, электр уты һәм һыу үткәрелгән. Әлеге ваҡытта биш мең квадрат метрлы теплица тимерҙән күтәрелеп төҙөлгән. Һауаның дымлылығы һәм температура режимы компьютер аша контролдә тотола. Был заманса техника етешһеҙлектәрҙе лә киҫәтеп тора.
— Был эште башлағансы, Һамар һәм Мәскәү уҡыу йорттарында белемемде камиллаштырырға, тәжрибә тупларға тура килде. Бынан ете йыл элек бәшмәк орлоҡтары — мицелий сәсеү өсөн – субстракт яһаусы машиналар алып ҡуйылды. 2014 йылда 480 квадрат метрлы биш камера-бүлмә төҙөлдө, компьютер менән тоташтырылған йыһаздар урынлаштырылды. 10 кешегә эш урыны булдырылды, — ти Альберт Арсланов. — Ай һайын биш-алты тонна продукция йыйыла. Бәшмәккә һорау юғары. Продукция республикала ғына түгел, сит төбәктәрҙә лә һатыла.
Борайҙа “Башҡортостан бәшмәктәре” кооперативы үҙ эшмәкәрлеген 2017 йылдың 23 октябрендә генә башлаған. Уға төрлө шәхси ярҙамсы хужалыҡтар инә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республиканың ауыл хужалығы министры тарафынан билдәләнеп, Ауыл хужалығы эшсәндәре фестивалендә ҡатнашырға саҡырыла. “Беҙҙең бренд” аҙыҡ-түлек етештереү республика күргәҙмәһендә II дәрәжә диплом менән бүләкләнеп, “Башҡортостан бәшмәктәре” кооперативы көмөш миҙалға лайыҡ була. Ете йыл тәжрибә туплап өлгөргән шәхси эшҡыуар Альберт Мәснәүи улы был кооперативтың ағзаһы булып һанала. Кооператив рәйесе Лима Арсланова уның был эшендә иҫәп-хисап мәшәҡәттәрендә ярҙамлаша.
Өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән өлгөлө ғаилә ҡарама үҫтереүгә бар тырышлығын, көс-дәртен һала, киләсәккә матур пландар ҡороп йәшәй. Бәшмәкселек менән ҡыҙыҡһыныусыларға, был йүнәлештә эш башлаусыларға Альберт Арсланов кәңәштәр менән ярҙам итергә лә әҙер.
Гөлсәсәк Ҡазыханова,
Борай 1-се мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: