Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле яҡташтарыбыҙ
16 Февраль 2018, 17:19

Хәрби шәфҡәт туташы Людмила Әхмәтйәнова Афғанстан ерендә хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша

Афған һуғышы тураһындағы күп һанлы фоторепортаждарҙа, кинофильмдарҙа, шулай уҡ стела һәм обелисктарҙа ир-егеттәрҙе генә күрергә була. Әммә унда ҡатын-ҡыҙҙар ҙа хеҙмәт иткән. Улар ирҙәр менән бер рәттән үҙҙәренең эшен тырышып башҡарған, һуғыштағы хәүеф-хәтәрҙе, юғалтыуҙарҙы сабырлыҡ менән үткәргән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы унда тәржемәсе, элемтәсе, шифровкалаусы, архивариус (архивта эшләүсе кеше), матди-техник тәьмин итеү базалары хеҙмәткәрҙәре булараҡ ебәрәләр. Күптәр медицина частарында һәм госпиталдарҙа фельдшер, шәфҡәт туташы, табип булып эшләгән.

Афған һуғышы тураһындағы күп һанлы фоторепортаждарҙа, кинофильмдарҙа, шулай уҡ стела һәм обелисктарҙа ир-егеттәрҙе генә күрергә була. Әммә унда ҡатын-ҡыҙҙар ҙа хеҙмәт иткән. Улар ирҙәр менән бер рәттән үҙҙәренең эшен тырышып башҡарған, һуғыштағы хәүеф-хәтәрҙе, юғалтыуҙарҙы сабырлыҡ менән үткәргән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы унда тәржемәсе, элемтәсе, шифровкалаусы, архивариус (архивта эшләүсе кеше), матди-техник тәьмин итеү базалары хеҙмәткәрҙәре булараҡ ебәрәләр. Күптәр медицина частарында һәм госпиталдарҙа фельдшер, шәфҡәт туташы, табип булып эшләгән.
Баймырҙа ауылы һылыуы Людмила Әхмәтйәнова (ҡыҙ фамилияһы Танцитова) 1974 йылда VIII класты тамамлағас, Өфө 1-се медицина училищеһына уҡырға инә. Диплом алғандан һуң, юллама буйынса Республика онкология диспансерына ебәрелә һәм унда 1980 йылға тиклем реанимация- анестезиология бүлегендә шәфҡәт туташы-анестезиолог булып эшләй. Ошо йылдың ғинуарында Людмила Исәмәт ҡыҙын Өфө ҡалаһының Октябрь районы хәрби комиссариатына саҡыралар һәм Ташкентҡа барып хәрби госпиталдә шәфҡәт туташы булып эшләргә тәҡдим итәләр. Ул риза була һәм ике йылға контрактҡа ҡул ҡуя. Документтарҙы әҙерләй башлайҙар. Һуңыраҡ Ташкентҡа түгел, ә Афғанстанға барырға кәрәклеге асыҡлана, унда медицина кадрҙары бик кәрәк була. Йәштәр быны шулай тейеш, тип ҡабул итә. Комсомол райкомында, партия райкомында әңгәмәләшеүҙәр үтә. Людмиланың атаһы Исәмәт Тансит улы ҡыҙының Афғанстанға барырға йыйынғанын белгәс: “Партия ҡушҡас, барырға кәрәк”, — ти.
— Афғанстанда мин 1980 йылдың 26 ғинуарынан 1982 йылдың 19 майына тиклем булдым. Өфөнән 12 кеше инек: медицина хеҙмәткәрҙәре, ашнаҡсылар, инженерҙар, — тип иҫкә ала Людмила Әхмәтйәнова. — Башта беҙҙе Һамарға (Куйбышев) ебәрҙеләр. Унда хәрби госпиталь өсөн кәрәкле йыһаздар, медикаменттар әҙерләйҙәр ине. Беҙ билдәләнгән урынға килеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Иҙел буйы хәрби округы госпитален йәйелдерергә, яралыларҙы һәм ауырыуҙарҙы ҡабул итеү һәм дауалау өсөн бөтә кәрәкле нәмәне әҙерләргә тейеш инек. Бер аҙнанан һуң эшелон менән Һамарҙан ҡуҙғалдыҡ. Төнөн генә бара инек. 1980 йылдың 9 февралендә Кушкаға килеп еттек. Икенсе көндө ерҙән дә, һауанан да оҙатыу аҫтында колонна менән Афғанстанға юлландыҡ. Төндө Гератта үткәрҙек. Ныҡ ямғыр яуа ине, автобустарҙа ултырып ҡына йоҡланыҡ. Шул төндә беренсе тапҡыр атыш тауышы ишеттек. Хәүефле булды, ләкин ҡурыҡманыҡ һәм паникаға бирелмәнек. 11 февралдә кискә Шинданд провинцияһына барып еттек. Палаткалар ҡорҙоҡ, яралыларҙы һәм ауырыуҙарҙы ҡабул итергә әҙерләндек. Төнөн көслө ямғыр ҡойҙо, палаткала теҙҙән һыу ине.
Госпиталь хеҙмәткәрҙәренә башҡа часть һалдаттары ла булыша. Шулай итеп, Иҙел буйы хәрби округы 94131-се хәрби часы госпитале эшләй башлай. Хеҙмәткәрҙәр Ульяновскиҙан, Һарытауҙан, Марий Эл Республикаһынан, Сыуашстандан, Татарстандан була. Улар барыһы ла ялан шарттарында эшләй. 20 кешелек палаткала йәшәйҙәр. Һыуыҡ саҡта тимер мейес яғалар, төнөн сиратлап дежур торалар. Тирә-яҡта тауҙар һәм бер нисә хәрби часть ҡына була. Үҙ иркең менән сығырға, госпиталь территорияһынан ситкә китергә ярамай. Бөтә нәмә һуғыш ваҡыты положениеһы буйынса, комендант сәғәте эшләй. Иртән һәм кисен — сафҡа теҙелеү һәм шәхси составты тикшереү. Туҡланыу, һыу менән булған ауырлыҡтарҙы шулай тейеш, тип ҡабул итәләр. Йыл буйына палата ҡаласығында эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр. Икенсе йылды медицина хеҙмәткәрҙәре барактарға күсә. Башта Людмила Исәмәт ҡыҙы ҡабул итеү бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Ауырыуҙарҙы ҡаршылайҙар, яралыларҙы барып алалар (бик ауыр йәрәхәтлеләрҙе вертолет госпиталь эргәһенә төшөрә). Ә 1981 йылдың июленән ул инфекция бүлегендә эшләй.
— Барыбыҙға ла ауыр ине. Гепатит, ҡорһаҡ тифы, эсәк инфекцияһы, малярия, менингит менән ауырығандар күп булды. 400-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерә инек, — тип һөйләй Людмила Исәмәт ҡыҙы хеҙмәт йылдары тураһында. — Көн һайын 100-гә яҡын ауырыу килә. Уларҙан анализға венанан ҡан алабыҙ, капельница ҡуябыҙ. Ул ваҡытта шприцтар быяланан ине, уларҙы ҡайнатырға кәрәк. Бер тапҡыр ҡуллана торған системалар ҙа етмәй. Өҫтәмә рәүештә палаткалар ҡорҙоҡ, барактарҙа урын етмәй. Бик ныҡ арый инек, әлбиттә. Ауыр сирлеләр һәм яралылар самолет менән Союзға оҙатыла. Шулай уҡ беҙгә урындағы халыҡты ла дауаларға һәм консультация өсөн алып килә торғайнылар.
Тынысыраҡ ваҡытта, буш сағында Людмила Әхмәтйәнова башҡалар кеүек уҡый, йәмәғәт эше менән шөғөлләнә. Ул бүлектең комсомол ойошмаһы секретары, госпиталдең комсомол бюроһы ағзаһы була. Уларға журналистар килә, әңгәмәләшәләр. Ләкин журналистар улар тураһында бер нәмә лә яҙа алмауҙары тураһында шунда уҡ иҫкәртеп ҡуя, сөнки рөхсәт булмай.
— Мин кейәүгә сыҡтым. Улым бар, — ти ғорурлыҡ менән Людмила Исәмәт ҡыҙы. — Үткән ғүмеремде иҫкә алам да, бер ҙә үкенмәйем, ошо һуғышты үтеүемә лә ҡайғырмайым. Шуға ла хәҙер ысын дуҫтарҙың һәм кешеләр араһындағы ысын мөнәсәбәттең ҡайҙа барлығын беләм. Киләсәк тормошомда бик кәрәк булған оло медицина тәжрибәһе һәм тормош һабаҡтары алдым мин унда.
Людмила Әхмәтйәнова өйөнә 1982 йылдың майында ҡайта. Өфө ҡалаһы 17-се клиник дауаханаһының реанимация-анестезиология бүлегендә анестезиолог-шәфҡәт туташы булып эшләй. 1985 йылдың июленән 1987 йылдың февраленә тиклем ошо дауаханала комсомол ойошмаһының ирекле секретары вазифаһын башҡара. 1985 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә. 1986 йылда КПСС ағзаһы була. 1993 йылда уҡыуын тамамлай һәм бер йыл Өфөнөң 21-се дауаханаһында табип-терапевт вазифаһында интернатура үтә. Артабан ҡаланың 46-сы поликлиникаһында участка табибы-терапевт булып эшләй, терапия бүлеген етәкләй. 2016 йылдан ул хаҡлы ялда.
Людмила Исәмәт ҡыҙы Тыуған ил алдындағы хеҙмәттәре өсөн госпиталь командованиеһының почет грамоталары, ВЛКСМ Үҙәк комитетының Почет грамотаһы, СССР Ҡораллы Көстәренең 70 йыллығы миҙалы менән бүләкләнгән. Абруйлы табип Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, Башҡортостан Республикаһы профсоюз ойошмаһының, Өфө ҡалаһы хакимиәте һаулыҡ һаҡлау идаралығының, 46-сы поликлиника хакимиәтенең, профсоюздың ҡала комитетының почет грамоталарына һәм “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһенә лайыҡ булған.
Алена Григорьева.
Читайте нас: