Ҡариҙел 1-се мәктәбе үҙенең сығарылыш уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Мәктәп ғорурлығы булғандарҙың береһе — Рәсәй Федерацияһы Геройы, Ҡариҙел районының почетлы гражданы Владимир Әлимов.
Владимир Әлимов 1957 йылдың 6 декабрендә Ҡариҙел ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуа. Атаһы Ришат Кәшәфетдин улы — физкультуранан, әсәһе Мария Демьяновна башланғыс кластарҙы уҡыта. Улар береһенән-береһе һәләтле балалар үҫтерә. Талапсан ата-әсә ҡыҙ һәм улдарына яҡшы тәрбиә бирә, белем алырға ярҙам итә.
Владимир Ришат улы 1975 йылда хәрби хеҙмәткә алына. 1979 йылда Һарытау юғары хәрби авиация летчиктар училищеһын тамамлай. 1986 йылда Чернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша. Радиация дозаһы алыуына ҡарамаҫтан, армия авиацияһында үҙ теләге менән летчик булып ҡала. Ул һауала дүрт меңдән артыҡ сәғәт оса, ике йөҙ тапҡыр парашют менән һикерә. Уға Югославияла һәм Анголала булырға тура килә, Чечен һуғышының икеһендә лә ҡатнаша. Вязьма-Брянская ауылында урынлашҡан вертолет полкы эскадрилья командирының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Вязем вертолет полкы составында Чечен Республикаһы территорияһында һәм Төньяҡ Кавказдың башҡа төбәктәрендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Беренсе Чечен кампанияһында майор Әлимов Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Ул йөҙҙән ашыу боевикты юҡ итә. Летчикты басаевсылар “Ҡара плащ” тип йөрөтә, һәм уның өсөн 10 мең доллар вәғәҙә итә.
Владимир Ришат улы беренсе класлы осоусы һәм үҙ эшен яҡшы белгән белгес кенә түгел, ә остаз да була: Чечняла ул йәш осоусыларҙы әҙерләй.
1999 йылдың декабрендә Аргун тарлауығында боевиктар тарафынан 368-се штурмлаусы авиация полкы командиры, Рәсәй Федерацияһы Геройы, полковник Сергей Борисюктың Су-25 штурмовигы бәреп төшөрөлә. Майор Әлимов штурмовик летчигын эҙләү һәм ҡотҡарыу буйынса операцияны етәкләй. Эҙләүсе төркөмгә бер нисә Ми-8 вертолеты инә, уларҙың һәр береһендә 15-ләп десантсы ултыра. Операция ваҡытында төркөм боевиктар боҫҡонона эләгә. Бер вертолет бәреп төшөрөлә. Владимир Әлимов көслө ут аҫтында иптәштәренә ярҙамға ташлана. Вертолеты ныҡ боҙолоуға һәм тулы булыуына ҡарамаҫтан, яу яланынан экипажды һәм бәреп төшөрөлгән машинаның десантсыларын алып сыға. Базаға ҡайтып еткәс, Әлимовтың вертолеты ремонтҡа яраҡһыҙ тип табыла, ә корпусында 30-ҙан ашыу пуля тишеге һанайҙар.
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2000 йылдың 15 февралендәге Указы менән Төньяҡ Кавказ төбәгендә хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн майор Владимир Әлимовҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә һәм махсус айырма билдәһе — ”Алтын Йондоҙ” миҙалы тапшырыла.
Чечняла ике ай эсендә ул 250-нән артыҡ хәрби осош яһай. Өҫтәүенә, уларҙың яртыһын — төндә. Ми-8 вертолеты хәрби һәм эҙләү хәрәкәттәрен төнөн алып барыу өсөн йыһазландырылмаған була. Владимир Ришат улы урынды ентекләп өйрәнә. Шуға күрә иң ауыр хәрби бурысты үтәргә лә әҙер була. Ике ай эсендә ул экипажы менән боевиктар, һуғыш кәрәк-яраҡтары, заправкалаусылар тейәлгән 80-дән ашыу машинаны юҡ итә. Ул бер ялғышлыҡһыҙ разведка төркөмөн дошман тылына ултырта, хәрби бурыстарҙы үтәгәндән һуң уларҙы тәғәйенләнгән ваҡытта төшөп ала. Ҡурҡыу белмәҫ спецназ егеттәре иң өмөтһөҙ хәлдәрҙә лә иптәштәрен ҡотҡарып ҡалған пилоттың оҫталығына һәм ҡыйыулығына хайран ҡала.
Полковник Әлимов Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә Мәскәү өлкәһе Кубинка ҡалаһында урынлашҡан 16-сы һауа армияһы штабының хәрби әҙерлек бүлегендә өлкән инспектор-летчик вазифаһында хеҙмәтен дауам итә. 2008 йылдың майында йәше буйынса Ҡораллы Көстәр сафынан китә.
Хеҙмәтенән запасҡа киткәс, ул Вязьма ҡалаһы мэры советнигы, Башҡортостан Республикаһының “ИПТЭР” дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары булып эшләй. Йәмәғәт эштәрен алып бара, “Советтар Союзы Геройҙары, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары, Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһенең Дан ордены тулы кавалерҙары клубы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы, ”Рәсәй Геройҙары ассоциацияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ағзаһы булып тора.
Рәсәй Геройы, полковник Владимир Әлимов ”Алтын Йондоҙ” миҙалы (2000), Ҡыҙыл Йондоҙ (1989), Батырлыҡ (1996), ”Хәрби хеҙмәттәре өсөн” (1999) ордендары менән бүләкләнгән. Уға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби летчигы” (2006), “Хәрби летчик-снайпер”, “Вязем районының почетлы гражданы” (2006), “Ҡариҙел районының почетлы гражданы” (2012) исемдәре бирелә.
Владимир Ришат улы эшенең тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, тыуған яғын да онотмай, райондың йәмәғәт тормошонда ҡатнаша. Өс йыл элек Афғанда һәм Чечняла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандарға арнап һәйкәл асҡанда ҡайтты. Сара сиктәрендә район үҙәге мәктәптәренең өлкән кластар уҡыусылары менән осрашты. Яҙ көнө уҡыусылар араһында волейбол буйынса йыл да үткәрелгән ярыштарҙы ҡарарға ҡайтты. Ул балалар менән осрашыуҙа үҙенең тормош юлы, хеҙмәте тураһында һөйләне, Тыуған илдең ысын патриоты, һаҡсыһы булырға, Ватан мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә саҡырҙы.
Быйыл Ҡариҙел районы төҙөлөүгә 85 йыл тулыуға арналған сараларҙың да ҡәҙерле ҡунағы булды абруйлы яҡташыбыҙ. Райондаштары алдында сығыш яһағанда йәшлек йылдарын иҫкә алды, район үҙәгенең тышҡы күренешенең, инфраструктураһының яҡшы яҡҡа үҙгәреүен билдәләне. Ул шулай уҡ “Йыл уҡытыусыһы-2017” конкурсында еңеүсе Байҡыбаш урта мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Д. Сәмиғуллинаға исемле премияһын тапшырҙы.
Владимир Әлимов тарафынан “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһенә, райондың иң яҡшы уҡыусыларына, волейбол буйынса йыл да үткәрелгән ярыштарҙа еңеүсе командаға премиялар булдырылған.
Владимир Ришат улы һоҡланғыс кеше, ҡырыҫ тормош мәктәбе үтеп тә, киң күңелле, яғымлы, үҙенең эшенә һәм һүҙенә тоғро ҡалған ысын кеше, ысын патриот булып ҡала белә.