Был театр 1972 йылда Мәҙәниәт һарайында драма түңәрәге кеүек барлыҡҡа килә. Тимәк, театр ойошторолоуына 45 йыл тулған! Ошо ваҡыт эсендә халыҡ театры ҙур абруй ҡаҙанды, әленән-әле үҙенең ижади уңыштары менән Башҡортостан төбәктәрендә генә түгел, өлкәләрҙә лә танылыу яуланы. Бында һәүәҫкәр артистарҙың оҫталығы, һәр бер образды тамашасы күңеленә еткерә алыуы мөһим роль уйнай. Дүрт тиҫтәнән ашыу ваҡыт эсендә был театрҙа бик күп һәләтле ағайҙар һәм апайҙар шөғөлләнде. Лена Гәрәева, Хатип Сираев, Әхнәүи Ғилуанов, Әҙеһәл Әхмәтов, Рәсилә Хәсәнова, Нурихан Саяпов, Мөхәмәт Мифтахетдинов, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Венера Ҡарамышева, театр ветерандары Альбина Ғиләжева, Дамир Хәйретдинов һәм башҡа бик күп һәүәҫкәрҙәребеҙҙең сығышы профессиональ артистарҙың сәхнә оҫталығына тиң. Уларҙың һәр береһе оло ихтирамға лайыҡ.
«Балҡыш» театрына Ә. Атнабаевтың «Балаҡайҙарым» әҫәрен сәхнәләштергәндән һуң, 1992 йылда халыҡ театры исеме бирелә. Бөгөн бында 20-нән артыҡ һәүәҫкәр шөғөлләнә. Улар — Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, төрлө өлкәләрҙә эшләүселәр һәм хаҡлы ялдағылар. Театрҙың репертуарында 30-ға яҡын сәхнә әҫәре иҫәпләнә. М. Кәримдең «Айгөл иле», Т. Миңнуллиндың «Гөргөри кейәүҙәре», «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр», Ә. Атнабаевтың «Балаҡайҙарым», Ә. Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын», И. Насыриҙың «Йәшел эшләпә» һәм башҡа бик күп әҫәрҙәр театрҙың репертуарын тулыландыра. Коллектив етәксеһе Гөлфиә Шәисламова әйтеүенсә, улар классик әҫәрҙәргә өҫтөнлөк бирә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, коллектив Байрас Ибраһимов, Сәрүәр Сурина, Фәрдүнә Ҡасимова кеүек күренекле режиссерҙар менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй.
«Балҡыш» халыҡ театры нигеҙендә «Тамсылар» балалар театры (етәксеһе Гөлсирә Мөҡимова) барлыҡҡа килде. Быйыл «Тамсылар» Ауырғазыла үткән «Ҡыңғырау сыңы» республика конкурс-фестивалендә өлгөлө коллектив исеменә лайыҡ булды. Афарин, тибеҙ һеҙгә, йәш артистар.
«Балҡыш» халыҡ театры артистары төрлө мәртәбәле конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашып, бихисап Почет грамоталары, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған.
Халыҡ күңелендә ышаныс уятҡан, дәрт, илһам өҫтәгән, киләсәк быуынға милли ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлаған «Балҡыш»тарға яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ.
Гөлгөнә Мусина.