– Газ үткәреү үҙәк газ торбаларын һуҙыу ғына түгел, ул йәшәү өсөн уңайлы тормош шарттары тыуҙырыу ҙа, йылылыҡҡа һәм аш-һыу әҙерләүгә сығымдарҙы кәметеү ҙә, экологик хәлде яҡшыртыу ҙа тигән һүҙ. Күмер йәки утын яғыу урынына газ ҡулланыу һауаға зарарлы матдәләр эләгеүен кәметә, кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлай, – ти Ҡариҙел район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.
Ул Магинск халҡының шатлығын уртаҡлашыу өсөн йорттарҙы газға тоташтырыу сараһында ҡатнашты.
Рәмзиә Лотфрахманова бөгөн шундай бәхетле хужабикәләрҙең береһе. Ул бында 1982 йылдан алып йәшәй һәм ҡырҡ йыл буйына ошо ваҡиғаны көткән.
–Газ инеү менән тормошобоҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Ниһайәт, ҙур мейесте һүтеп, йортобоҙҙо киңәйттек. Хәҙер өйгә утын ташырға кәрәкмәй, өйҙә тәртип. Ҡышын ҡунаҡҡа тыныс күңел менән китә алабыҙ, йылы өйөбөҙ көтөп торасаҡ, – ти Рәмзиә Нәғим ҡыҙы.
Фото: “Ҡариҙел” гәзите сайты.
Автор:Дина Арсланова