Проекттың инициаторы, шәхси эшҡыуар Винер Нурғәлиев 2024 йылдың июнендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә Ҡариҙең ауылының Йәштәр биҫтәһендә автомобилдәр йыуыу урыны төҙөү тәҡдиме менән район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Проект «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» сиктәрендә ярҙам алыуға иреште.
Башта эшҡыуар муниципаль кимәлдә субсидия алған. Был уға бизнесын үҫтерергә һәм клиенттар өсөн юғары сервис кимәлен тәьмин итергә ярҙам иткән.
Район хакимиәте эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә һәм уларҙың проекттарын тормошҡа ашырыуҙа комплекслы ярҙам күрһәтә.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла.
2024 йылда республикала кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары 142 меңгә яҡын тәшкил итте, был 2023 йыл менән сағыштырғанда 4,3 процентҡа күберәк.
Урта предприятиелар һаны — 7,5, ә үҙмәшғүлдәр һаны 263 кеше тәшкил итеп, 41,3 процентҡа артты.
Фекер...
Лилиә Кәбирова, Ҡариҙел районы хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары, бизнес-шериф:
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы кәңәшмәләр - республикабыҙҙың “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған һөҙөмтәле тәжрибәләрҙең береһе. Бындай осрашыуҙар эшҡыуарҙарға үҙҙәренең бизнес-идеяларын үҫтерергә һәм ярҙам алырға ярҙам итә.
Лилиә Бәҙретдинова.
Ҡариҙел районы.