Йәнтөйәк
-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ноябрь 2024, 11:58

Автойыуыу урыны асылған

Башта эшҡыуар муниципаль кимәлдә субсидия алған

Автойыуыу урыны асылған
Автойыуыу урыны асылған

Проекттың инициаторы, шәхси эшҡыуар Винер Нурғәлиев 2024 йылдың июнендә Ҡариҙел районының  “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә Ҡариҙең ауылының Йәштәр биҫтәһендә автомобилдәр йыуыу урыны төҙөү тәҡдиме менән район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Проект «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» сиктәрендә ярҙам алыуға иреште.

Башта эшҡыуар шулай уҡ муниципаль кимәлдә субсидия алған. Был уға бизнесын үҫтерергә һәм клиенттар өсөн юғары сервис кимәлен тәьмин итергә ярҙам иткән.

Ҡариҙел район  хакимиәте эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә һәм уларҙың проекттарын тормошҡа ашырыуҙа комплекслы ярҙам күрһәтә.

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы кәңәшмәләр - республикабыҙҙың “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы")   милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған һөҙөмтәле тәжрибәләренең береһе. Бындай осрашыуҙар эшҡыуарҙарға үҙҙәренең бизнес-идеяларын үҫтерергә һәм ярҙам алырға ярҙам итә», - тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Әгәр үҙ бизнесығыҙҙы үҫтереү менән ҡыҙыҡһынаһығыҙ икән, район хакимиәтенә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нә саҡырабыҙ. Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында ҡатнашыу өсөн ғариза ҡалдырырға һәм мөмкин булған ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин.

Фото: Радий  Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова

Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: