Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылда тәғәйенләнәсәк пособиеның иң ҙур күләме – 49123 һум.
Пособие баланы йәш ярымға тиклем ҡараусы әсәгә йә атайға түләнә. Был аҡсаны әсәй кеше, шулай уҡ атай кеше лә, шулай уҡ баланы ҡараусы башҡа яҡын туғандары, опекундары ла алырға хоҡуҡлы.
Эшләгән кешеләргә уны эш биреүсенең мәғлүмәттәре буйынса туранан-тура Рәсәй Социаль фонды түләй, ә эшләмәүселәргә РФ Социаль фондына йәки йәшәгән урыны буйынса Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша ла юлларға мөмкин.
Мөһим!
Бер ҡайҙа ла эшләмәүсе ата-әсәләргә, опекундарға һәм туғандарына пособие билдәләнгән күләмдә түләнә:
– әгәр ҙә бала 2023 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуһа (уллыҡҡа алынған) булһа, пособие килемде иҫәпкә алынмай ғына тәғәйенләнә;
– әгәр ҙә бала 2023 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуһа (уллыҡҡа алынһа), ғаиләнең мохтажлығын комплекслы баһалауҙы иҫәпкә алып, ғаиләнең йән башына килеме Рәсәй Федерацияһы төбәгендә йән башына йәшәү минимумынан артмаған осраҡта тәғәйенләнә. (ғаиләнең килеме, мөлкәте, эш хаҡының булыу-булмауы, булмауының объектив сәбәптәре булыуы, вкладтан алынған проценттар буйынса алынған килеме иҫәпкә алына).
Фото:З. Нартдинова