Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ғинуар , 09:15

Берҙәм пособие ниндәй ғаиләләргә һәм күпме түләнә?

РФ Дәүләт Думаһында балалы ғаиләләргә берҙәм пособие түләүҙең төп ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөләр.   Билдәле булыуынса, был пособие 17 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр һәм иртә ваҡытта медицина учреждениеһына иҫәпкә торған ауырлы ҡатындарға түләнә.

Берҙәм пособие ниндәй ғаиләләргә һәм күпме түләнә?
Берҙәм пособие ниндәй ғаиләләргә һәм күпме түләнә?

Төп критерий: ғаиләнең уртаса килеме йән башына билдәләнгән йәшәү минимумынан артырға тейеш түгел.  2024 йылдың 1 ғинуарына ул 7,5 процентҡа артты һәм  Башҡортостан халҡы өсөн тәшкил итте:

- хеҙмәткә һәләтле кешеләр өсөн  14 991 һум,

- пенсионерҙарға — 12 530 һум,

- балалар өсөн — 13 340 һум.

«Пособиеның күтәрелгән күләмен күп ғаиләләр 3 февралдән ала башлай.  Был көн ялға тура килгәнлектән, ата-әсәләргә аҡса алданыраҡ күсерелә.   Банк картаһына ғинуар өсөн түләү күсерелә, почта иһә аҡсаны ай башынан 25 февралгә тиклем тарата.   Билдәле булыуынса,  балалар пособиеһы һәр айҙың башында үткән ай өсөн түләнә 2024 йылдың ғинуарында тәүге тапҡыр берҙәм пособие алыу өсөн мөрәжәғәт иткән ғаиләләргә ул яңы күләмдә ғинуарҙа уҡ түләнә», — тип аңлаттылар  Башҡортостан Республикаһы буйынса социаль фонд бүлегенән.

Күпме түләнә?

Пособиеның күләме билдәле түгел, ул ғаиләнең килеменән һәм төбәктәге йәшәү минимумы күләменән тора. 

- 17 йәшкә тиклемге балаға пособиеның иң түбән күләме  – 6 670 һум  (балаларға йәшәү минимумының 50 проценты).

- Ошо сумманы иҫәпкә алып та ғаиләнең килеме  йәшәү минимумынан түбән икән, ул саҡта был ғаиләгә   10 005 һум пособие тейеш (балалар өсөн йәшәү минимумының 75 проценты).

- был да етмәһә, балаға 13340 һум тәғәйенләнә   ( балаларға йәшәү минимумының 100 проценты).

Ауырлы ҡатындар өсөн пособиеның күләме лә шулай уҡ иҫәпләнә, тик хеҙмәткә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы иҫәпкә алына.  Ул  айына – 7 495 һум (50%), 11 243 һум (75%) һәм 14 991 һум (100%) .

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Берҙәм пособие ниндәй ғаиләләргә һәм күпме түләнә?
Берҙәм пособие ниндәй ғаиләләргә һәм күпме түләнә?
Автор:
Читайте нас: