РФ Дәүләт Думаһының Ғаиләне һаҡлау, аталыҡ, әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Нина Останина "әсәлек капиталы"н мөҙҙәтһеҙ итеү башланғысы менән сығыш яһаны. Йәғни, был ярҙам программаһы бөтмәйәсәк.
Депутат фекеренсә, ошондай ярҙам булғанда, ғаиләләрҙә беренсе, икенсе генә түгел, ә өсөнсө, дүртенсе, хатта бишенсе бала ла тыуасаҡ.
"Маткап" программаһы 2026 йылда тамамланырға тейеш. Шуға ла парламентарийҙар уны оҙонайтыу тураһында хәстәрлек күрә башлаған.
Фото: news-bash.ru