Росстат хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда пенсия күләме көҙ башында 2022 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 7,4 процентҡа артҡан. Бөгөн пенсионерҙар уртаса 19 129,23 һум пенсия ала. Эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы түбәнерәк – 16 769,51 һум.
Башҡортостанда 1 сентябргә 1 136 335 пенсионер булыуы иҫәпләнгән, шуларҙың 166 775-е эшләүҙәрен дауам итә. Күптән түгел Дәүләт Думаһы 2024 йылдың 1 ғинуарынан эшләмәүсе пенсионерҙарға пенсия кимәлен арттырыу тураһында закон проектын тәүге уҡыуҙа ҡабул итте. Ҡартлыҡ буйынса пенсияны арттырыу тураһында ҡарар илдең 32 миллион кешеһенә ҡағыласаҡ.
Г.В.Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты кафедраһы доценты Людмила Иванова-Швецтың 25 октябрҙә хәбәр итеүенсә, 80 йәшен тултырған өлкәндәргә 1 ноябрҙән түләүҙәр арттырыласаҡ. Уларға ай һайын страховка пенсияһының билдәләнгән өлөшөн (фиксированная часть) икеләтә күләмдә түләйәсәктәр. 1 ноябрҙән был сумма 15 134,66 һум тәшкил итәсәк. Шулай уҡ граждандар авиацияһы самолеттарының экипаж ағзалары, күмер сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ. Түләүҙәр күләме хеҙмәт стажына, уртаса айлыҡ эш хаҡына һәм эш биреүсенең Социаль фондҡа индергән аҡса суммаһына ҡарап билдәләнәсәк.
Фото: З. Нартдинова
Автор:Дина Арсланова